

Башта таш икәнен белмәнеләр. Ул ваҡытта УЗИ юҡ ине буғай әле, 1993-сө йылдар. Бөйөрөм эшләмәй, уны алабыҙ тинеләр. Аллаға шөкөр, операция булды, ташты ғына алдылар. Тағы күпмелер ваҡыттан бөйөрөм йәнә нык ауырта башланы. Атай-әсәйем күрмәгәндә илап-илап теләйем инде, һауыҡһам ярар ине тип. Уларҙы борсоғом килмәй.
Бер көндө йоҡларға ятҡас, шым ғына итеп илап һорайым Аллаһымдан, һауыҡһам ярар ине, тип. Сөнки бөйөр приступтары бик ауырта. Шунан өнөммө, төшөммө — күктән ап-аҡ ҡаурый һымаҡ ҡул-болыт минең ауыртҡан бөйөрөм өҫтөнә төштө (миңә ул кемдер ҙур йылы ҡулын ҡуйған кеүек булды) һәм минең шул ваҡыт бөтә ауыртыуҙарым баҫылып, йоҡлап киттем. Аллаһтың рәхмәте, башҡа бөйөр приступтары булманы.