Көнгәк
+4 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Хызыр Ильяс юлдаш булғанда...

Ирем менән ҡала ситенә ял итергә барҙыҡ. Кире ҡайтышлай, ҡапыл күңелемә бер уй килде: юл ситендә генә ҡалған күлгә һуғылып үтергә. Теләгемде иремә еткерҙем. Дуҫтарыбыҙ ул күлдең матурлығын күптән маҡтай ине. Шулай итеп, күл буйында хозур тәбиғәткә һоҡланып ун биш минуттай торғанбыҙҙыр.

Хызыр Ильяс юлдаш булғанда...Хызыр Ильяс юлдаш булғанда...
Хызыр Ильяс юлдаш булғанда...

Трассаға кире сыҡҡайныҡ — ҡот осҡос пробкаға юлыҡтыҡ. Баҡтиһәң, нәҡ беҙ үтергә тейешле ваҡытта шул урында ҡурҡыныс авария булған. Әгәр шул күлгә инеп тормаһаҡ, беҙ ҙә ошо бәләгә тарыр инек...
Халыҡта: «Ниндәйҙер көс һине туҡтата икән — асыуланма, Хызыр Ильяс бәләнән алып ҡалалыр», — тиҙәр. Күңелемә килгән шул уй тиккә булмаған, күрәһең. Юлыбыҙҙа Хызыр Ильяс юлдаш булып, беҙҙе ҡурсалап, бәләнән ҡалҡан менән ҡаплаған тигән фекергә килдем. Раббым һаҡлаған!

Автор:
Читайте нас