Көнгәк
+22 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Бире күсеүе

Урманға эшкә барып ҡунырға ҡалған ҡайһы бер кешеләр “Бәрей күсеүен” ишеттек”, тип һөйләй. Уларҙың әйтеүенсә, ғәҙәттә, гел бер төрлө тауыш ишетелә: һыйырҙар баҡыра, эт өрә, балалар илаша, шау-гөр килеп мал ҡыуалар...

Бире күсеүеБире күсеүе
Бире күсеүе

Кемдәр улар – күҙгә күренмәгән серле йәндәр? Боронғо ата-бабаларыбыҙҙың һаман да үҙҙәренә төйәк таба алмай күсеп йөрөгән рухтарымы, әллә иблистәрме? Йә булмаһа хәҙер модаға кергән “параллель донъя” вәкилдәреме? Әллә юҡ-бар уйҙырма, хөрәфәт-маҙармы?

Үкенескә ҡаршы, бөгөнгө компьютер, микроэлектроника, космос быуатында ла фән тәбиғәттең бындай феноменаль, аномаль күренештәренә яуап бирә алмай.

Яңы Монасип ауылынан Буранбаев Әхмәтгәрәй ағай мәрхүм түбәндәгеләрҙе һөйләгән ине. “70-се йылдар башында колхоздан яңы сабын ере алғайным. Ауылдың бер оло кешеһе “Сабының бәрей юлында урынлашҡан, кис йоҡлар алдынан, “бисмилла” әйтеп, ҡыуыш тирәләй өс тапҡыр төкөрөп әйләнеп сыҡ. Үҙегеҙгә зәхмәт һуғылыуы бар”, - тине. Кис бабайҙың әйткәнен тотоп, үҙемдең малайҙарҙы эйәртеп, ҡыуыш тирәләй “бисмилла” әйтеп, өстө әйләнеп сығып, йоҡларға яттыҡ. Төнөн кемдәрҙеңдер тышта һөйләшкәнен ишетеп уянып киттем, ҡыуыш ауыҙынан тышҡа ҡараным. Ай яҡтыһында ҡыуыш алдында ике шәүлә тора ине. Икеһе лә күҙгә күренмәгән ҡоймаға ҡулдары менән таянған. Береһе икенсеһенә: “Ҡара, ҡара, бер генә түгел, өс ҡат кәртәләгән бит әле ҡыуышын!”, - ти. Унан шәүләләр шым ғына ҡайҙалыр олаҡты”.

Бындай көстәр ғәҙәттә кискә табан уяна. Бала саҡта әсәйҙәрҙең: “Ҡыҙыл эңерҙә тышта уйнамағыҙ, зәхмәт һуғылыр, ауырырһығыҙ”, - тип тыйғандары иҫтә. Берәй ғилләһе булғандыр.

Бер нисә йыл элек Һарттан Салауат исемле егет ошо ваҡиғаны һөйләгәйне. “Сәпәнәй фермаһынан Сағанөшөгән фермаһына ҡайтып киләбеһ. Кәләш дилбегә тотҡан, ә мин арбалағы бесән өҫтөндә ятып, тирә-яҡты күҙәтеп киләм. Юлдың бер яғында йылға, икенсе яғында – ялан. Ҡыҙыл эңер, күҙ бәйләнә башлаған саҡ. Бер мәл 20 метр самаһы арттараҡ ҡалған әрәмә аааараһынан аҡ шәүлә килеп сыҡты ла беҙҙең арттан төштө. Ул ап-аҡ, оҙон күлдәк кейгән ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтендә ине. Ерҙән 1 метр бейеклектә, яй ғына йүгергән кеүек бәүелеп килә, аяҡтары күренмәй. Мин кәләшкә:

-Арттан бер нәмә эйәрҙе,  атыңды шәберәк ҡыу! – тим. Нәсимә атын ҡыуа башланы, үҙе артына әйләнеп ҡарарға ҡурҡа.

-Йә, һүгенеп әрлә, әрләһәң ҡала тиҙәр, - ти. Арттан килгән өрәккә төбәп, белгән бөтә “матур” һүҙҙәрҙе яуҙыра башланым, шәүлә тороп ҡалды. Һаҡмар фермаһы менән Сағанөшөгән араһында был шәүлә электән кешегә осрай, тип һөйләйҙәр ине. Үҙем күргәс кенә ышандым”, - ти Салауат.

Ололарҙың һөйләүенә ҡарағанда, шәүлә (өрәк) юлсыға кис, төндә эйәрә. Эйәрһә – ҡурҡырға ярамай, доға уҡып, юлға арҡыры йүкә таяҡ ташлап ҡалдырыға кәрәк. Әгәр доға белмәһәң, яныңда таяҡ та булмаһа, һүгенеп әрләргә генә ҡала.

Боронғолар нимә яҙа?

Беҙҙең эраның I быуатында йәшәгән күренекле грек фәлсәфәсеһе Аполлоний Тианский фәлсәфәүи белем артынан Һиндостанға сәйәхәт ҡыла.Һинд йылғаһына яҡын сүллектә, төндә ай яҡтыһында, уны һәм уның юлдаштарын төрлө сүрәткә сергән шәүлә-өрәктәр уратып ала. Аполлоний уларҙы әрләргә тотона, иптәштәренә лә шулай эшләргә ҡуша. Өрәктәр сыйылдашып сүллек буйлап ҡаса.

XIII-XIV быуаттарҙа йәшәгән, Монголия, Ҡытайға сәйәхәт ҡылған итальян сәйәхәтсеһе Марко Поло, үҙенең 1298 йылда сыҡҡан юлъяҙмаларында шаян тәбиғәтле дала, сүллек рухтарын бер нисә тапҡыр телгә ала. “Лоп сүллеге аша үткәндә, төндә сәйәхәтселәр рухтар һөйләшкәнен ишетә. Ҡайһы саҡ рухтар сәйәхәтселәрҙе исемдәре менән дә атай... Рухтар һөйләшеү  көндөҙ ҙә ишетелә. Ваҡыты менән төрлө музыка ҡоралдары, ғәҙәттә, барабан тауыштары яңғырай”. Китабында ул Көнсығыш магтарының әҙәм ышанмаҫлыҡ мөғжизәләр эшләүен дә телгә ала.

Ғүмеренең һуңғы көндәрендә Марконан үҙенең “уйҙармаларынан” баш тартыуын һорайҙар. Ул ант итеп, тик дөрөҫөн генә яҙыуын һәм күргәндәренең күберәген һөйләмәгәнлеген әйтә.

Өрәктәр нимәнән ҡурҡа?

Гомерҙың “Илиада”һында Эней ер аҫты батшалығына төшкәндә, уны оҙатыусы Сибилла шәүлә-өрәктәр янынан үткәндә, юлдашына ҡылысын ҡынынан алырға ҡуша. Донъяла киң танылыу тапҡан күренекле теософ Елена Блаватская үҙенең “Фашланған Изида” әҫәренең II томында түбәндәгеләрҙе яҙа. “...Улар үткер, ҡаты әйберҙән ҡурҡа. Тәндәре кешенеке кеүек тығыҙ материанан булмаһа ла, ҡаты әйбер менән һуғыу уларҙа ауыртыу тойғоһо тыуҙыра. Физик ағзалары булмаһа ла рух күрә, ишетә, ҡағылғанды һиҙә. Әгәр ҡылыс менән өҙә сапһаң ул һыу, йә һауа кеүек яңынан тоташа. Шуға ҡарамаҫтан, улар яра алыуҙан ҡурҡа, ҡасыу яғын ҡарай”.

Кеше үлгәс, уның йәне 40 көн кәүҙәһе янында була, тиҙәр. Мәйет өҫтөнә бысаҡ һалыу йолаһы уны яуыз рухтарҙан һаҡлау сараһылыр.

Сабый тыуғандан һуң 40 көн уҙғансы уны яңғыҙ ҡалдырырға ярамай тигән ырым йәшәй. Юғиһә, бәрей алмаштыра, тиҙәр. Яңғыҙ ҡалдырған осраҡта эргәһендә бысаҡ, ҡайсы, балта йә берәй үткер тимер әйбер һалыу мотлаҡ. “Һаҡланғанды һаҡлармын” тигән Хоҙай.

Ә күренекле табибә, экстрасенс Дәүләтбирҙина Мәҙинә апай үҙенең “Өмөттәр өҙөлмәһен” исемле китабында былай тип яҙа: “Ул заттарҙы һүгергә, әрләргә ярамай – яҡшылыҡ менән доғалар уҡып эш итергә кәрәк. Әгәр ҙә һүгә башлаһаң уларҙың асыуы ҡабара һәм һиңә ҡаршылыҡ күрһәтә, зыяндары тейә. Уларҙы йәберләмәҫкә тырышырға кәрәк. Доғалар уҡып йөрөһәң, уларҙың зыяндары бөтөнләй теймәй”.

З.Дәүләтбирҙин,

Иҫке Монасип ауылы.

 

“Таң” гәзите, 2003 йыл.

Автор:
Читайте нас