Аталы-уллы осоп барған самолетта кешене ҡотҡарған

“Ғәҙәттә бындай осраҡта сирлене тура реанимацияға оҙаталар”, - ти Белорет ҡалаһынан врач һөнәре эйәләре Альберт һәм Айгиз Ғариповтар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Аталы-уллы осоп барған самолетта кешене ҡотҡарғанАталы-уллы осоп барған самолетта кешене ҡотҡарған
Аталы-уллы осоп барған самолетта кешене ҡотҡарған

18 июлдә аталы-уллы ғаиләләре менән күптән көтөлгән сәйәхәткә – Египетҡа юллана. Тиҙҙән бер пассажирҙың хәле хөртәйеүе тураһында хәбәр итәләр.

 56 йәшлек пассажирҙың күккә күтәрелгән самолетта ирҙең ҡапыл ҡан баҫымы төшә. Ул иҫтән яҙа.

Аталы-уллы инфаркт, инсульт сиренә  оҡшамағанлығын  аңлап, “ҡан тамырҙары коллапсы” тигән диагноз ҡуялар. Врачтар аңлатыуынса, бейеклектә ниндәйҙер ҡурҡыу фонында ҡан тамырҙары киңәйә һәм ҡан баҫымы төшә. Образлы әйткәндә, организм авария энергия һаҡлау режимына күсә. Бындай осраҡта тиҙ арала баҫымды күтәрергә кәрәк. “Самолетта бер кемдә лә дарыу булмай булып сыға. Баҫымды күтәреүҙең берҙән-бер ысулы –йөрәк һәм мейене ҡан менән тәьмин итер өсөн  пассажирға көслө татлы сәй биреү кәрәк. Тактиканың дөрөҫ эшләгәнлеген аңланыҡ. Һуңынан кофеинлы препарат та табылды”, - ти улар. Һуңынан пассажирҙың ҡан баҫымы нормаға килә.

Альберт һәм Айгиз Ғариповтар ғаиләһе элегерәк Белоет районында йәшәгән, һуңғараҡ ҡалаға йәшәргә күсәләр. “Минең атайым бик абруйлы кеше. Уға 61 йәш, 35 йыл эш стажы бар. Ул һәр ваҡыт минең өсөн өлгө булды”, - ти улы.

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас