Бында кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар бармы?

Кейәүгә сыҡҡығыҙ килһә, үҙемдең тарих менән бүлешәм, кемгәлер файҙаһы тейер, бәлки

Добавить в предпочтительные источники Google
Бында кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар бармы?Бында кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар бармы?
Бында кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар бармы?

Шулай итеп, йәш үтеп бара, кейәүгә сыҡҡы килә, ә оҡшаған ир-егет юҡ. Былай ир-егеттәр бар ул эргә-тирәлә, ләкин йөрәк елпелдәмәй. Ә яратмаған кешегә, кемгә лә булһа сығайым әле, тип сыҡҡы килмәй. Яратмайынса сығып, уны ла бәхетһеҙ итәһеңме? Шуға ла танышам да, беренсе осрашҡанда уҡ һынайым – ниндәйерәк кеше, күңелем ятамы уға, әллә юҡмы, тип. Ир-егеттәр үҙҙәренең кемлеген шунда уҡ асып һала, улар күпселектә хәйләһеҙ, беҙҙең кеүек хәйләкәрлек уларҙа юҡ, тиһәң дә була. Хәйләкәрлек иһә беҙгә, ҡатындарға, донъя көткәндә бик кәрәк, тип иҫәпләйем. Иреңде һылап-һыйпап, уны тыңлап, үҙеңсә эшләп, тормошто ыңғай алып барыр өсөн. Әсәйем шулай тип өйрәтте һәр хәлдә. И вот, миңә күҙ һалған, осрашырға тәҡдим иткән егеттәрҙе, мин әле кейәүгә сыҡмайым, миңә әүрәп йөрөмә, тип алдан уҡ иҫкәртәм. Үтә яҡынлатмаһам да, һәр ир заты менән матур итеп һөйләшәм, аралашам, ихтирам итәм. Уларҙың да күңеле була, минең дә ир затына һыуһауым юҡ. Бер көндө оҫталар йәрминкәһенә барып сыҡтым. Унда бер мәрйә апай ҡулдан эшләнгән мотанкалар - оберегтар һата ине. Матур ғыналар. Уйынсыҡтарын ҡыҙыҡһынып ҡарап торғанымды күреп, ҡатын оберегтарҙың мәғәнәһе тураһында һөйләй башланы. Төрлөһө бар икән. Мине ҡыҫтай, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙ булһаң, на замужество тигәнен ал, ти. Бөтә һөйләп бирҙе, нимәһенең нимә аңлатҡанын һәм тәҙрә төбөнә урамға ҡаратып ҡуй, кейәүгә сыҡҡаныңды һиҙмәй ҙә ҡалырһың, тине. Муйынына уралған ете яулыҡ буласаҡ иреңдең холоҡ һыҙаттары булыр, һәр береһен һыйпап, шуларҙы нығытып һеңдер, тине. Ышанмаһам да, әйткәнен тыңланым. Һәр кис һайын йоҡларға ятҡас, мотанканы ҡулыма алып, күҙемде йомдом да, минең буласаҡ ирем айыҡ тормош алып барһын, миңә тоғро булһын, ышаныслы булһын, эшкә шәп булһын, аҡыллы булһын, сабыр булһын, мөхәббәтле булһын, тип теләнем. Шулай ете көн теләгәс (минең уңыш килтерә торған һаным ете), тәҙрә төбөнә ҡуйҙым. Икенсе көндө тәҙрә алыштырырға килделәр. Бер ай алдан заявка эшләгән инем алыштырыуға. Береһе ҡурсаҡты күреп, симпатичная тине. Ә ҡулдары нишләп юҡ, тип һорай. Мин, буласаҡ ирем күтәреп кенә йөрөһөн, ауыр эш эшләтмәһен өсөн шулай эшләйҙәр, был бит на замужество ҡурсаҡ, ул миңә ир эҙләп табыша, тип аңлаттым. Һине ирең эшләтһә гонаһ булыр, тип көлдө. Тәҙрәне ҡуйып бөткәс, ике-өс көндән шылтырата был, шунан тәҙрәләр нисек, тип. Нормально шикелле, тинем. Шунан ҡурсағың һиңә ир таптымы, ти. Көтөп тор, әле нисә генә көн тора, тинем. Әйҙә, осрашайыҡ, ти. Әйҙә, тинем. Әһә, ҡурсаҡ эшләй башланы бит, тип ҡыуандым. Осраштыҡ, урамда йөрөнөк. Ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәне уның менән. Оҙатып ҡуйҙы. Икенсе көндө шылтыратманы. Обидно булды, конечно. Оҡшағайны ныҡ. Өсөнсө көндө лә шылтыратманы. Ҡул ҡысый уға шылтыратырға, түҙеп йөрөнөм дә тағы өс көн, суббота көндө яҙып ебәрҙем, киноға барғы килә, әйҙә, киттек, тип. Ул шунда уҡ әйҙә тип яуап яҙҙы. Кинола осрашырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Кинотеатрға барһам, ул, минең эштәр килеп сыҡты, ғәфү ит, тип яҙҙы. Үртәлеп, асыуым килде лә, рәхмәт иҫкәрткәнең өсөн, минең дә пландар ҡапыл үҙгәрҙе, алдан әйтеп өлгөрмәнем, тип уны блокка ҡуйҙым һәм такси саҡырттым ҡайтырға. Эконом такси. Водителе һөйкөмлө генә. Миңә артҡы көҙгө аша ҡарап килә. Шунан хәлдәремде һораша башланы. Бара инде, тинем. Бер егет менән киноға барырға һөйләшкән инек, килмәне, шуға кәйефем юҡ, тип аңлаттым. Була торған хәл, тине. Шунан килә биргәс, мин саҡырһам, һеҙ килерһегеҙме, тип һорай. Уй ҡуй, таксистар менән хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләгән ирҙәргә ышанысым юҡ минең, шуға ла ғәфү ит, баш тартам, тинем. Телефон номерығыҙҙы ла бирмәйһегеҙме, тип һорай, юҡ, тинем. Ул, мин таксист түгел, студент, быйыл уҡып бөтәм, ти. Шунан, минең номерҙы яҙып алығыҙ, әгәр осрашҡығыҙ килһә, шылтыратығыҙ, яҙығыҙ, килермен, тине. Шылтыратырға йыйынмайым, һөйкөмлө егет, тип һаубуллашып сыҡтым өйөм эргәһендә. Теге ҡурсаҡҡа әйтәм, әүҙемерәк бул инде, тип. Икенсе суббота бер апайым аятҡа саҡырҙы. Такси саҡыртһам – шул студент!

Инде күптәнге таныштар кеүек һөйләшеп барҙыҡ. Был юлы номерымды бирҙем, аралаша башланыҡ, бергә уның дипломын йыуҙыҡ. Һәм көҙөн өйләнештек. Өйләнешкәнгә дүрт йыл. Төрлө саҡтар була, ләкин яратышып йәшәйбеҙ, ул мине, бәпесебеҙҙе күтәреп кенә йөрөтә, күҙ теймәһен. Теге яулыҡтарға һыйпап һеңдергән бөтә сифаттар иремдә бар. Кейәүгә сыҡҡас ҡурсаҡты, ҡатын әйткәнсә, шкафҡа йәшереп ултырттым. Ваҡыты менән уны ҡулыма алып, рәхмәт әйтеп һөйөп алам. Бәлки, уның ҡыҫылышы ла юҡтыр, ләкин ышанғас көсөнә, бар һымаҡ.

Автор:
Читайте нас