Көнгәк
+6 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Ни әйтергә теләгән кулугур йәне?

Юҡ-юҡ та өй тышында кемдер шаҡылдатып тауыш сығарып, ҡыштырлап, өй башында боларып йөрөй башлаған кеүек ишетелә. Йоҡларға ла ҡурҡа башлағас, әбей тәҙрә асып, ярҙам һорап ҡысҡырырлыҡ хәлгә барып етә: ауыл ирҙәрен саҡырып, күҙгә күренмәгән йәнде өркөтөргә була.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ни әйтергә теләгән кулугур йәне?Ни әйтергә теләгән кулугур йәне?
Ни әйтергә теләгән кулугур йәне?

Был хәлде Боһорман ауылында йәшәгәндәрҙең һөйләгәненән яҙып алдыҡ.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып ҡайтып, ике ҡатын менән ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, ихлас йәшәй Степан ҡарт. Ҡартайып дауаханаға эәккәс, өлкән йәштәге ҡатыны яңғыҙы йоҡларға ҡурҡа башлай. Юҡ-юҡ та өй тышында кемдер шаҡылдатып тауыш сығарып, ҡыштырлап, өй башында боларып йөрөй башлаған кеүек ишетелә. Йоҡларға ла ҡурҡа башлағас, әбей тәҙрә асып, ярҙам һорап ҡысҡырырлыҡ хәлгә барып етә: ауыл ирҙәрен саҡырып, күҙгә күренмәгән йәнде өркөтөргә була.

 Элегерәк бура өйҙәрҙең сарҙағына күтәрелер өсөн йәтеш кенә итеп баҫҡыс эшләп ҡалдыра торғайнылар. Шуның аша ирҙәр менеп, башта һөт биреп ҡарағандар. Сүмесе менән атып бәрә ти һөттө. һыҙғырып та, һүгенеп тә, таяҡ менән һуҡҡылап та,  уҡынып та уны ҡыуа башлайҙар. “Нимә шаулап  кеше ҡурҡытып йөрөйһөң, кил миңә йәшәргә, мин барыбер яңғыҙым”, - тип әйтә икән дә эсергә яратҡан бер ир.  Тик күҙгә күренмәгән йән уға эйәрмәгән. “Йә бер мөйөштә, йә икенсе мөйөштә шаҡылдатып йөрөүен белә. Хатта  аяғын һөйрәп атлап баҫып йөрөгәнен тойҙоҡ. Таяҡ менән һуҡҡылап, эҙләй торғас, бер мөйөштә боронғо ағас тәре таптыҡ”, - тип һөйләй урындағы халыҡ.  Уны утта яғырға ла, күмергә лә ярамаған: ауыл халҡы уларҙы йылға буйлап ағыҙып ебәрә. Шунан һуң был өй тынысланып ҡалған.

 

Ни әйтергә теләгән кулугур йәне?
Ни әйтергә теләгән кулугур йәне?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас