

“Олатайым Мөбәрәк Комиссаров тырантас менән барып, шишмәгә һыу алырға килгән Екатеринаны өҫтөнә балаҫ ябып, урлап алып ҡайта.Бәлки, йәштәрҙең алдан бер-береһенә күҙе төшөп йөрөүе лә мөмкин. Уныһын бер кем дә белмәй. Беҙҙең дә һорашырға башҡа килмәгән. Никах уҡытып, йәштәр Эткөсөк ауылында йәшәп киткән. Өләсәйемде башҡортса Кәтибә тип йөрөткәндәр. Алты балаға ғүмер биргәндәр улар. Тулыһынса мосолман динен алған, 93 йәшкә тиклем йәшәп, өләсәйем һуңғы көндәренәсә бер көн дә ураҙаһын ҡалдырманы”, - ти Боһорман ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Бикташева. Улар тураһында мәҡәләне гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ.