Теге донъя барҙыр, тип уйлайым

Теге донъя барҙыр тип уйлайым, уйлау ғына түгел, ышанамда, дөрөҫөрәге үҙ күҙем менән күреп ышандым. Урманда бағаналык имән әҙерләп киткәйнем, шуны алырға барҙым. Барып, бер тәмәке төрөп тартып ултырһам, ағас араһынан күршем килеп сыҡты, аптырап киттем, арттан килгәне күренмәле лә баһа?!

Добавить в предпочтительные источники Google
Теге донъя барҙыр, тип уйлайымТеге донъя барҙыр, тип уйлайым
Теге донъя барҙыр, тип уйлайым

-Шунан ҡустым, имәнеңә килдеңме, әйҙә тейәшеп ебәрешәйем, был имәндәр бик ныҡ кәрәк булыр ул. Һинең имәндәр икәнен белеп теймәнем, ҡарап-күреп йөрөнөм. Мин дә бына һинең артыңдан утынға тип килдем, атты анауындағы теге яңғыҙ башы осҡан ҡарағайға бәйләнем дә, һинең эргәңә һуғылайым тип килдем!-тип ихласлап һөйләшеп тейәшеп йөрөнө.
Үҙенә лә ярҙам итергә теләп өндәшкәйнем: "Юҡ ҡустым рәхмәт, һин ҡайта тор, миндә оҙаҡламаҫмын", - тип баш тартып тороп ҡалды.
Ауылға ҡайтһам күрше урамы тулы кеше, нимә булды икән тим, күрше бөгөн төндә үлеп ҡалған. Хәле ҡапыл ауырлашҡан да, тиҙ ярҙам машинаһы саҡыртҡас, район дауаханаһында башына ҡан һалып мәрхүм булған. Иртәнсәк ул-был ишетелмәне, аяҙ көндө йәшен атҡан һымаҡ, ултыра төшә яҙҙым, урманда осратҡан кеше кем булды һуң, енме, өрәкме, йәнеме??? Яуап юҡ, һорауҙар күп, күңелем тыныслана алмай бер ултырған да ике-өс тәмәке тарттым, атымды туғара һалып, имәндәремә килеп йәбештем, һәм......уның, күршемдең һүҙҙәре ҡолағыма салынғандай булды: "Был имәндәр бик ныҡ кәрәк булыр ул"- тине түгелме?!?
Кәрәк булды имәндәр күршемдең ҡәберенә.
Миңә кеше булып күренеп, үҙенә кәрәк булырын белеп тейәшеп йөрөгән минең күршем.
9 йыл үтте был хәлгә, һүҙҙәре һаман ҡолаҡ төбөндә сыңлап тора, ярҙам итергә теге донъянан килгән ул миңә һәм үҙенә.
Теге донъя бар икәненә ана шул хәлдән һуң ныҡ ышанам.

https://vk.ru/sayer_donja

Автор:
Читайте нас