Шулай матур әбейҙәр сыуағында булған бер хәл менән уртаҡлашып үтәйем...

Райцентрҙа эшләп йөрөйөм, бер йәшлек кенә баламды ауылда әсәйемә ҡалдырып. Эшләгән учреждение минең тыуған ауылға ҡайтҡан юл буйында ғына. Райцентрҙың уртаһында общежитиенән бүлмә лә бирҙеләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Шулай матур әбейҙәр сыуағында булған бер хәл менән уртаҡлашып үтәйем...Шулай матур әбейҙәр сыуағында булған бер хәл менән уртаҡлашып үтәйем...
Шулай матур әбейҙәр сыуағында булған бер хәл менән уртаҡлашып үтәйем...

Юҡ шул, эштән сығам да, баламды һағыныуым шулай булғандыр инде, ауылым яғына машина килеп сыҡһа, ҡул күтәреп ултырып ҡайта ла китәм.
Ауылыбыҙҙа клуб төзөйҙәр ине. Бер көн шулай эштән сығыуы булды, ҡом тейәгән камаз шул төҙөлөшкә юллана икән.
Ултыртып алды был мине. Камаз бейек. Мин киләм тәбиғәттең хозурлығына һоҡланып. Түҙмәнем, шофёрға:
--Ҡарағыҙ әле, урман ниндәй матур, ниндәй генә төҫлө ағас юҡ, тим.
Теге миңә әйләнеп ҡараны ла:
--Ваҡыт юҡ, ваҡыт.... — тине.
Мин:
--Әә,--тинем дә, һаман үҙемдекен һөйләйем, — уҫаҡтар, мышарҙар ҡып-ҡыҙыл ғына япраҡлы, ана, тегендә шыршылар йәм-йәшел генә.....
Тағы күпме һөйләр инем икән, шофер ағай:
--Ваҡыт юҡ, тинем бит мин һиңә, хәҙер сәғәт алтыла рабочийҙәр ҡайта, шуға тиклем йөктө бушатыр кәрәк миңә.
Улар ҡайтып бөтһә, кем бушата йөктө? — ти.
Ҡалған юлды мин шым ғына ҡайттым.
Өйөмә еткәс, рәхмәт әйтеп төшөп ҡалдым.
Иртәгәһенә эшкә килгәс, оло апайҙар һорашалар, нисек ҡайттың был юлы, тип.
Мин тегеләргә һөйлә лә һал. Эй, көлдөләр, ваҡыты булмаған шофёрҙарға ултырма икенсе, тип. Йәшлек, хатта балалыҡ менән аңламағанмындыр инде.
Оҙаҡ ҡына көлөп йөрөнөләр:нишләй, һеңлекәш, ваҡыт юҡмы, тип.

Автор:
Читайте нас