

Нәфисә апай Свердловск өлкәһендә тыуып, күрше Әбет ауылында буй еткергән. Фәйзулла ағай менән улар электән таныш, йәш саҡтарынан уҡ ауыл клубындағы уйын-осрашыуҙарҙа бер-береһенә күҙ һалып йөрөгән. Егет, ололарса етдилек менән, яусы ебәреп, ҡыҙҙың ҡулын һората. Яҙмыштарын бәйләр көндә уларҙың өҫтөнән фатихаһын дин әһеле Әүхәҙи мулла уҡый.
Үҙәнбаевтарҙың тормошо хеҙмәт менән һуғарылған. Фәйзулла ағай колхозда эшләй: ҡулынан комбайн штурвалын да, трактор рулен дә төшөрмәй. Ә Нәфисә апай Мәләүез трикотаж фабрикаһында тегенсе булып эшләй. Ҡалала йәшәп, хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған ерҙең тартыуына ҡаршы тора алмай, атай нигеҙен яңыртып, Ереккә ҡайтып төпләнә. Бында инде улар ҡул ҡаушырып ултырмай: мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, донъя көтөүгә тотона. Рөстәм менән Руслан улдары бөгөн үҙҙәре тормош йөгөн тарта.
Тормош юлдары һикәлтәһеҙ булмай. Үҙәнбаевтар әйтеүенсә, ҡартлыҡты бергә ҡаршы алыуҙың сере ябай: «Бер-береңде аңлап, хөрмәт итеп йәшәһәң генә мөмкин ул».
Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, Үҙәнбаевтар «Йөрәк ҡушыуы буйынса» ирекмәнлек хәрәкәтендә ҡайнай. 77 йәшлек Фәйзулла ағай үҙ машинаһында Нәфисә апайҙы алып, маскировка селтәре үрергә йөрөй. Был - илһөйәрлектең һәм йәмәғәткә файҙа килтереү теләгенең йәш менән сикләнмәүен дәлилләй.