

Ул Күгәрсен районының Түбәнге Бикҡужа, икенсе төрлө Сорғояҙ тип йөрөтөлгән ауылда тыуып үҫкән. Буласаҡ тормош иптәше Марат Иҙрис улы менән яратышып өйләнешкәндә мәҡәләбеҙ геройына 23, иренә 27 йәш була. Йәш ғаилә хәҙерге Йомағужа һыуһаҡлағысы аҫтында тороп ҡалған Һаҡаҙы йылғаһы буйында тәбиғәт ҡосағында бер генә өйлө утарҙа биш йыл йәшәп, Ленин исемен йөрөткән колхоздың умартасылығын ҡарай. Ул йылдарҙа хужалыҡта ике умартасылыҡ булып, Солтанғоловтарҙыҡында 70 умарта иҫәпләнә. “Ғизетдин ағайҙың 110 умартаһы булып, уларға балалары килеп ярҙам итешһә, беҙ үҙебеҙ өлгөрә инек. Ағиҙел йылғаһы быуылмаған, яҙ етеү менән сәйәхәткә килеүселәр йылға буйлап катерҙа аға торғайны. Бала табыр ваҡыт ете ниһә, кешеләр йәшәгән яҡҡа йөҙөп сығабыҙ. Иң оло улым Роберт Мораҡта, икенсеһе Азамат Йомағужала, өсөнсөһө Азат Нөгөш ауылы дауаханаһында, Самат менән Мират Мотай ауылына күсеп йәшәй башлағас донъяға килде”, - ти апай. (Фәниә Солтанғолова тураһында мәҡәләне гәзиттә тулы вариантында уҡығыҙ).