ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
26 Сентябрь 2023, 14:50

Доньялар имен булhын!

Яңы көнгә күҙҙәремде астым –Рәхмәт һиңә яңы көн өсөн!Көн биргәнһең икән, йәлләмәйсәМул итеп бир тағын дәрт, көсөн!

Доньялар имен булhын!
Доньялар имен булhын!

Рәхмәт, Хоҙайым!
Яңы көнгә күҙҙәремде астым –
Рәхмәт һиңә яңы көн өсөн!
Көн биргәнһең икән, йәлләмәйсә
Мул итеп бир тағын дәрт, көсөн!

Рәхмәтлемен ғүмер биргән өсөн,
Эй тырышам дөрөҫ йәшәргә!
Һаулыҡ та бир инде шул ғүмерҙә
Матур эштәр күберәк эшләргә!

Эй Хоҙайым, рәхмәт, йәнәшәмдә
Яҡындарым, иптәш-дуҫтарым,
Ыңғай ғына барһын ғүмеребеҙ –
Онотмаҫбыҙ бер ҙә һин барын!

Риза булып һинең һынауҙарға,
Рәнйемәйсә генә сыҙайым,
Айырмасы мәрхәмәттәреңдән –
Рәхмәттәрем һиңә, Хоҙайым!
Фирүзә Абдуллина.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: