ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
26 Октябрь 2023, 09:43

Мәләүез районы ауылдарында ҡаҙ өмәләре башланды

Элегерәк ауыл халҡы ҡош-ҡортон ҡар яуып, көн һыуытҡас ҡына йолҡа ине. Хәҙер һәр кемдә тиерлек туңдырғыс һандыҡ-камералар бар. Шуға күрә һалҡындарҙы көтмәйҙәр. Ҡаҙ-өйрәге көрәйеү менән уларҙы урынлаштырырға ашыға.

Яңауыл ауылы быйыл “Айыҡ ауыл ” республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнаша. Күп йүнәлешле һәм мәртәбәле был сарала осраҡлы ғына ҡатнашмай улар. Тораҡ пункт йылдан-йыл үҫә, халҡы йәмәғәт эшендә әүҙем, эшҡыуарҙары ла, фермерҙары ла бар. Төҙөк һәм ҡупшы йорттарҙа эшһөйәр һәм талантлы кешеләр йәшәй. Уларҙың барыһы ла тиерлек күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫрай. Көҙ аҙағында һәм ҡыш башында ауылда бигерәк тә күңелле - ҡаҙ өмәләре, һуғым аштарына һәр ғаиләнең яҡындары, туғандары һәм ауыл уңғандары йыйыла.

Күптән түгел Лилиә һәм Илшат Аҡбашевтар ғаиләһендә ҡаҙ өмәһе үтте. Хужабикәгә ярҙамға ул етәкләгән ауыл клубының “Умырзая” вокаль ансамбле килде. Эш башланыр алдынан маҡтаулы хеҙмәт ветераны, күп балалы әсә, 90 йәшлек Миңлегөл инәй өмәселәргә уңышлы эш теләп, фатиха бирҙе. Ҡаҙ өмәһе ҡатын-ҡыҙҙар эше генә һымаҡ булһа ла, ул тырыш хужаһыҙ – донъя тотҡаһы булған ир-егеттән башҡа үтмәй. Ә йыр-моң - байрам биҙәге, таҡмаҡ һәм шаярыуҙар менән ярайһы ауыр ғына эштең бөткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың.

Өмә менән йәки ҡулалмаш эшләү – беҙҙең халыҡтың изге йолаһы ул. Күңелле лә, эш тә ырай. Ошо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе йәш быуынға тапшырыу – беҙҙең төп маҡсат. Аҡбашевтар ғаиләһендә үткән был өмә Яңауылда дуҫ һәм татыу халыҡ йәшәгәнен тағы бер тапҡыр күрһәтте. Берҙәм көс менән ҡасандыр башланғыс мәктәпте лә һаҡлап алып ҡала алдыҡ. Клубта ла даими рәүештә саралар үтә. Фермер Әлимғужиндар спонсор ярҙамынан ташламай, байтаҡ ауылдашыбыҙға эш урыны ла бирҙеләр. Ҡыҫҡаһы, “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға тейешле тәүшарттарҙың барыһы ла бар. Тырышып бергә-бергә эшләргә һәм еңеүгә ынтылырға ғына кәрәк!

Гөлнара БИКБУЛАТОВА.

Мәләүез районы ауылдарында ҡаҙ өмәләре башланды
Мәләүез районы ауылдарында ҡаҙ өмәләре башланды
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: