ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
13 Декабрь 2023, 13:16

Бәйләнештә - башҡорт "Тайсон"ы

Юрматы ырыуының ҡаһарман вәкиле

Бәйләнештә - “Тайсон”
Ул - Юрматы ырыуы вәкиле. Был яҡтарға хас булмаған бейек мөһабәт кәүҙә, ихласлығы йылмайыу булып ҡарағусҡыл йөҙөнә сыҡҡан ”Тайсон” ҡушаматлы танышымдың ҡанында  Хәйбулла районында тыуып үҫкән атаһының  гендары өҫтөнлөк итә. Бәләкәйҙән ғаиләләрендә 5 малай араһында ҡыйыулығы, шул уҡ ваҡытта шуҡлығы менән айырылып торҙо. Минең күҙ алдымда үҫте тиһәң дә, хата булмаҫ.
Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙе әйтмешләй, “бәләкәй генә сырпаҡ яра”ға бәйле,  госпиталдә дауалана. Аралашыу әлегә тик телефон аша ғына.

Ул тиҫтерҙәре һымаҡ мәктәп тамамлап, күңеленә яҡын һөнәр һайлаған. Өйләнгән. “Тегендә” юлланғансы тыныс тормошта Себер тарафтарында эшләгән. “Вахта буйынса эшләү – тормош ысулына әүерелде. Ҡайтып бер аҙ ял итһәм, нисек кенә ҡырыҫ тәбиғәт шарттары булмаһын - шул яҡҡа барғы килә лә тора ине. Был - күңел саҡырыуы тип уйлай инем уҙған йылдың октябрь айына тиклем...”
Быйыл  “Тайсон”дың махсус хәрби операцияла ҡатнашыуына октябрҙә  йыл тулды. Армия хеҙмәтен разведка ғәскәрҙәрендә үткәнлектән, “тегендә” лә үтә лә яуаплы һыҙыҡҡа ҡуялар. Дошмандың хәрби көс, техника, һөжүм тактикаһын тап ошондай егеттәр асыҡларға һәм үҙебеҙҙекеләргә еткерергә тейеш.

Ерҙә аҙым һайын мәкерле мина, күктә - дрон, ташландыҡ бина, емереклектәр араһынан снайперҙар һине күҙәтәүен тәнеңдең һәр күҙәнәге менән тояһың. Разведкаға, беренсе сиратта, түҙем, ҡыйыу, һәр аҙымды үлсәп баҫҡан, паникаға бирелмәү һәм психологик яҡтан һәр нәмәгә әҙер һалдаттарҙы һайлайҙар.
“Башҡортостан егеттәре, үҙемдең яҡташтар менән бергә эләктем, райондан ғына әллә нисә танышым менән бергә хеҙмәт иттек. Гуманитар ярҙам килеп тора, ошо изге эштәре өсөн битараф түгелдәргә рәхмәтлемен. Улым, ирем  телефон алмай тип хафаланмағыҙ, унда был аралашыу сараһы менән ҡулланыу ярамай, сәбәбен беләһегеҙ.
Апрелдә ҡаты алыш мәлендә яраландым. Госпиталдә дауаланғас, тыуған яғыма ҡайтып килдем. Бергә хеҙмәт иткән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булған егеттәрҙең ата-әсәләре менән аралаштым. Уларҙың күңел торошон аңлайым, балаңды юғалтыуҙан да ауыр ҡайғы юҡ, мин быны сәстәренә аҡ төшөп, ҡалтыранған ҡулдары менән улдарының фотоһүрәтен ҡосаҡлаған атайҙарҙың, ҡайғынан һығылып төшкән әсәләренең улдарының һуңғы алышҡа йүнәлгән мәлен ҡат-ҡат һөйләүемде үтенгәндәренән аңлайым. Хәрби мобилизация зонаһына барған дуҫтарымдың ирҙәрсә ҡарарын хуплайым. Уларҙың ҡаһарманлығын онотмаясаҡбыҙ”, - ти “Тайсон”.

Алышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн ул командование исеменән сентябрҙә Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Ошо көндәрҙә яугиргә “Ҡаһарманлыҡ миҙалы” ла тапшырылған.

Яҡташыбыҙҙың иҫән-һау тыуған яғына ҡайтыуын көтөп ҡалабыҙ.

Бәйләнештә - башҡорт "Тайсон"ы
Бәйләнештә - башҡорт "Тайсон"ы
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: