ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
14 Декабрь 2023, 17:03

Боҙбармаҡ, һалҡын һәм юлдар

Һауа торошо йыш үҙгәреү сәбәпле, биналарҙың ҡыйығынан ҡар, боҙбармаҡтар төшөүе ихтималы арта. Үҙегеҙ ҙә хәүефһеҙлек ҡа­ғиҙәләрен ҡулланығыҙ, күңел­һеҙ ваҡиғаға осрарға тура кил­мәҫ: Хәрәкәт барышында йорт ҡыйығында  нин­дәйҙер та­уыш ишетһәгеҙ, туҡ­тамағыҙ,юға­рыға ҡа­ра­ма­ғыҙ. Йүге­рергә лә ярамай,  тиҙ генә йорт сте­наһына һыйы­ныу хә­йер­лерәк буласаҡ.  Автомо­бил­егеҙҙе йортҡа яҡын ҡуймағыҙ.

Имгәнеүҙән һаҡланыу­ҙың ҡайһы бер ҡағиҙәләре:
- Ҡар ишелеү ҡурҡы­ны­сы бул­ған биналарҙың ҡыйығы  аҫ­тынан йөрө­мә­геҙ, балаларға ла унан йө­рөүҙе тыйығыҙ;
- Ҡыйығынан ҡар, боҙбармаҡтар аҫылынған  биналар эр­гәһендә тор­мағыҙ;
- “Хәүефле урын”, “Ҡар ише­­леү ҡур­ҡы­нысы янай”, “Бынан йөрөү ты­йыла” тип киҫәткән билдәләр ҡуйылған билә­мә­ләрҙе урап үтегеҙ.

Был ваҡытта балаларға ҡарата айырыуса иғтибарлы булырға, йылға буйында, боҙ ѳҫтѳндә уйнарға ярамағанлыҡ тураһында аңлатырға, һыу ятҡылыҡтарына  үҙҙәрен генә ебәрмәҫкә кәрәк. Хәүефһеҙлек сараларын ололар ҙә һаҡларға бурыслы.

Боҙло һыу ҡоршауында ҡалғанда кеше 20 минут эсендә  һыу тѳбѳнә китә. Шулай ҙа боҙ ярылып, һыу эсендә ҡалһағыҙ, үҙегеҙҙе ҡулға алырға тырышығыҙ!  Башығыҙ менән һыуға сумырға тырышмағыҙ. Бөтә көсөгөҙҙө йыйып  ҡулығыҙҙы киң йәйеп, киҫкен хәрәкәттәр эшләмәйенсә боҙ өҫтөнә ятырға тырышығыҙ. Түшегеҙ менән боҙ ситенә шыуышып ятҡас,  аяҡтарығыҙҙы һаҡ ҡына тартып алығыҙ. Уйымдан сыҡҡас, ярға табан шыуышығыҙ. Әгәр һеҙҙең күҙ алдында кеше боҙ аҫтына китһә, ашығыс рәүештә “112” йәки “01” һандарын йыйып, ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратығыҙ!

Балаларға юл аша сыҡҡанда айырыуса иғтибарлы булырға кәрәклеген аңлатығыҙ! Бала менән урамда йөрөгәндә юлдағы транспорт, йәйәүлеләр менән нимә булғанын аңлатыу мөһим. Бәләкәстәр урам ҡағиҙәләренә ата - әсәләренән, башҡа өлкәндәрҙән үрнәк алып өйрәнә. Ҡағиҙәләрҙән талпылмағыҙ. Урамдағы өлгөлө тәртибегеҙ һеҙҙең балаларығыҙға ғына түгел, бөтә балаларға ла миҫал булһын! Балаларыбыҙҙы юлдағы фәжиғәләрҙән аралар өсөн барыһын да эшләйек!

https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/1856695

Боҙбармаҡ, һалҡын һәм юлдар
Боҙбармаҡ, һалҡын һәм юлдар
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: