ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
15 Декабрь 2023, 18:00

Таш иретер ҡатын-ҡыҙ ҡулдары

Әңгәмәсемә 50-55 йәштәр самаһы барҙыр, моғайын. Күҙемә салынғаны- ирҙәрҙекенә тартым оло танауы, ҙур ҡулдары булды. Ҡарашымды һиҙепме, йыуан ҡыҫҡа бармаҡтарын ҡайҙа йәшерергә белмәй яфаланды.Тормош тураһында һөйләй башлағас, күңел төпкөлөндә ҡырҡ йоҙаҡ менән бикләнгән тойғолар, тишек кеҫәнән ҡойолған борсаҡтай һибелеп, алҡымына тығылды ла, күҙ йәштәре булып, иркенгә - һыҙат йыйырсыҡтар ҡаплаған бите буйлап кейеменә тамды.

 Үҙе лә һиҙмәне ахырыһы, әле генә күрһәтергә ҡыйынһынған бармаҡтары менән йәштәрен һөртөп алды.”Ҡатын-ҡыҙҙың хәбәренән алда күҙ йәштәре ҡойолорға ғына тора шул”,- тине, ап-аҡ кейемле мөләйем апай.

  • Бөткөһөҙ донъя мәшәҡәттәренә сумып, ваҡытынан алда йонсоп ҡартайыр ҡатын түгел инем, ҡасандыр үҙем һайлап, оҡшатып кейәүгә сыҡҡан йәремә ни сәбәптәндер минең аҡылым, түҙемлегем, аш-һыуға оҫталығым да тормош йүгәне кейҙерә алманы. Бер түгел, һигеҙ йыл тешемде ҡыҫып түҙҙем дә, айға яҡын ҡайтмай, күрше ауылдағы тол ҡатынға инеп, никахлашҡанын ишетеп, бөтә нәмәгә ҡул һелтәп малды һатҡас, башым һуҡҡан яҡҡа юл тоттом. Маҡсатым - әҙәм күҙе тапмаҫ Йәһәннәмгә сығып юғалыу, онотолоу - иремә генә түгел, кешелеккә булған рәнйешемде саҡ ҡына булһа ла емшетеү ине. Күңелгә бер инеп оялаған уйҙан, әгәр ул килеп тороп үс көҫәһә, ҡотолоу, ай-һай ҡыйын бит ул. Кәрәк-яраҡты тиҙ арала төйнәштергеләп, билдәһеҙлеккә табан юл тоттом. Өфөгә килеп төшкәс, тимер юл вокзалына инеп ултырҙым да һәр пассажирҙың барыр ере, көтөр кешеһе барлығын аңлап, тағы һайлау алдында ҡалдым: сит ҡатын менән өр-яңынан тормош башлаған иремдең уны наҙлы һүҙҙәр менән иркәләгәнен күҙ алдыма килтереп, тилерерҙәй тойғолар араһында ҡайнаған үпкәм үҫкәндәнү- үҫкәндәй тойола башланы . “Бөтәһенә лә кире төкөрөп, кире боролайыммы әллә?”, - ти аҡылым. “Оялмаһаң ҡайт, йоҙаҡлы йортоң, малһыҙ һарайыңа”, - тип теҙгенде ҡыҫҡа тота үс көҫәгәне.

Ҡаҡ ултырғыста кискә тиклем ингән-сыҡҡандарҙы күҙәтеп, көн кискә ауышты. Үҙемде һаман әрләйем, мин генәме ирҙән ҡалған ҡатын, харап берәү, тәкәбберлек күрһәтеп ситкә, билдәһеҙлеккә юлланған икән... Оҙаҡламай, вокзалда дежур иткән полицейский яныма килеп итәғәтле генә ҡайһы яҡҡа юлланыуым менән ҡыҙыҡһынды. Телемә килгән беренсе беренсе атама - Сорғот  булды. Әлегә билет юҡ, иртәнсәк була, тинеләр”, - тим аҫҡа ҡарап. Ултырғыс аша ҙур сумкаларҡамауында ҡалған ҡатын башҡортсалап: “Мин дә Сорғотҡа, ҡайһылай йәтеш булды әле, тик поезд таңға тиклем дә була бит, уныһы бигерәк тиҙ бара - экспресс”, - тине.

“Батып барыусы һаламға ла йәбешә”,- тигәндәй, иртәнге бишкә мин дә билет алдым. Юлдашым бигерәк һүҙсән булып сыҡты, ярты сәғәт эсендә үҙе тураһында байтаҡ мәғлүмәт һөйләне. Баҡтиһәң, Сәлимә апай Сорғотҡа хәҙер биш йылға яҡын йөрөп эшләй икән, ҙур ғына төҙөлөштә һылаусы-маляр.  Икәү булғас ваҡыт та тиҙ үтте, ниһайәт, беренсе тапҡыр оҙайлы юлға сыҡтым. Яҡтыра башлағас, вагон тәҙрәһенән моңайышып артта ҡалған баҫыу-ҡырҙарҙы, юл ситендә етемһерәп башын аҫҡа эйгән ҡайындарҙы күреп, үҙәгем өҙөлөрҙәй булып эсем бошто. Тамаҡҡа тығылған төйөрҙө йота алмай, күҙемә йәш тулды. Танауымды мыш-мыш тартыуыма юлдашым да уянды. “Тапҡанһың илар нәмә, йәшәһен генә әйҙә, иремде ситтәр алды тип илаулап ултырырға түгел инде. Бәлки, һин дә әле бәхетеңде эҙләп китеп бараһыңдыр...”

Эстән генә һүҙсән апай менән бәхәсләшһәм дә, фекеремде белдермәй ҡалыуҙы өҫтөнөрәк тип таптым.

“Бер тапҡыр бөтә ғәм алдында рисауай итеп  ташлап ҡасҡан ир ҡатыны  кемгә хәжәт инде...” Ошо тойғо шул тиклем ныҡлап башыма инеп ултырҙы - Сорғот тигәндәренә яҡынлай башлағас, бөтөнләй диуанаға әйләнерҙәй булдым.

Сәлимә апай эшһеҙ ҡалмаясағымды аңлатһа ла, тыныслана аламай яфаландым. Баҡтиһәң, ярты Башҡортостан халҡы оҙон аҡса артына сапҡан Себер тигәндәре - бына ниндәй икән! Вокзал алды ҙур сумка тотҡан ир-егеттәр менән тулы, арыраҡ бысраҡ кейемле,йонсоу йөҙлө асарбаҡтар өйөрөлә - шундуҡ асыҡ тәҙрәһенән ҡиммәле хушбуй, тәмәке төтөнө, көслө музыка ишетелгән сит ил машиналары теҙелгән.

  • Былары инде төрлө тарафтан ағылған еңел холоҡло ҡатын-ҡыҙҙы аулаусылар - яңы табыш көтәләр, тигән һүҙенән һуң ҡурҡышымдан Сәлимә апайға нығыраҡ һыйындым.

Иртәгәһенә көн оҙоно поезда һелкенеп килгәнгәме, башым ауыртты - киске ундар тирәһндә эштән ҡайтҡан Сәлимә апай менән картуф ҡурып тамаҡ ялғаныҡ.

  • Мастер менән һөйләштем, өйрәнсек итеп алырға ризалашты,- тип һөйөнсөләне ”ҡотҡарыусым”. Ҡатын-ҡыҙҙы түгел, әзмәүерҙәй ирҙәрҙе яраҡһыҙға әйләндергән тарафта эшкә урынлашыуы былай еңел генә булырына ышанмағанлыҡтан, юғалып уҡ ҡалдым. Һуңға тиклем уңайлы кейем әҙерләнек тә, тимер вагондың һыуыҡ иҙәненә һуҙылып яттыҡ. Беренсе аҙна тиҙ үтте. Минең бурыс - һылаусыларға бетон иҙмәһе ташыу, ваҡ-төйәк инструментты тәртиптә тотоу, ҡыҫҡаһы “килтер-бир”.Оҙаҡ наҙланыу ситен бында, мин бөтә эшкә лә тиҙ генә өйрәнеп тә алдым. Ай аҙағында ҡулыма аҡса тотторҙолар. Үҙең эшләп тапҡаны бигерәк ҡәҙерле икән - ҡыштырҙап торған аҡса миндә иремә булған үпкәне онотторҙо һымаҡ, күңелемдә үҙ-үҙемә булған ышанысты үҫтерҙе. Сәлимә апайға рәхмәт йөҙөнән матур сәскәле шәл, үҙемә ҡупшы күлдәк һатып алдым. Кискеһен матур табын әҙерләнем дә, яҡташымды көтә-көтә, әллә ниндәй татлы уйҙарға сумып, ойоп киткәнмен. Кеҫә телефоны шылтырағанға, тертләп уяндым. Аңламай торам - реанимация бүлегенән ине хәбәр - Сәлимә апайҙы иҫерек компания тейәлгән еңел машиан бәрҙергән дә, беренсе ярҙам да күрһәтмәй, енәйәт урынынан ҡасҡан. Теге остағы дежур врач тиҙ арала килеп етеүемде һораны. Бер ни аңламай, такси алдым да, дауаханаға елдерҙем. Ап- аҡ бинтҡа уралған Сания апайҙы таныманым, көҙгө һүрән ҡояш яҡтыртҡан һымаҡ саҡ-саҡ салынып ҡалған бәхет ҡояшымды ҡара болот ҡапланы. Тәгәрмәсле каталкаға күсереп һалып, йәнһеҙ кәүҙәһен алып сыҡҡансы туҡтай алмай иланым. Ике көндән уландары әсәләрен Башҡортостанға алып ҡайтты.

Минең өсөн тағы ҡара көндәр теҙмәһе башланды – эштә ҡайғы бер аҙға баҫылған, онотолған һымаҡ, кискеһен ҡайтһам тағы эсем боша, Сәлимә апайҙы уйлап күңелемдә әйтеп өлгөрмәгән рәхмәт һүҙҙәре, алҡымыма тығыла ла, күҙ йәштәре булып түгелә. Бирешмәҫкә тырышам: эт кеүек арыһам да, мәсеткә барып хәйер бирәм, улдарына һирәкләп аҡса ебәрәм. Оҙон аҡса эшлү теләгн әҙәмде үҙенән-үҙе упҡынға һура икән - мин бер йыл тигәндә апаруҡ аҡса тупланым, әммә... ошонда килеп эшкә урынлашырға, ауыр саҡта юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам иткән ҡәҙерле кешем тураһында онота башланым. Нәфсе менән выжданым талаша – береһе мине аҡлаһа, икенсеһе ғәмһеҙлектә ғәйепләй.

Апаруҡ аҡса туплағас, ауылымды, туғандарымды ҡайтып күрергә йөръәт иттем.  Ни тиһәң дә һигеҙ йылым шунда үтте, бикле булһа ла, йортом ҡалды. Ирем тураһында оноттом, күңелемдән юйып ташланым, ҡайһы мәлдәрҙә мине ташлап, яратҡан ҡатыны менән ғаилә ҡорғанына эстән генә рәхмәт әйтеп тә ҡуям.  “Йәшәр инем әле шул төпкөлдә йоҙороҡ татып, насар һүҙ ишетеп, бында,исмаһам үҙемә үҙем хужа. Алла бирһә, ауылыда мәсет төҙөтһәм, Сәлимә апайҙың рухы һөйөнөр ине”,- изге бурыс хаҡына мин тағы ла яҡшыраҡ эшләргә тырыштым.

Әйткән һүҙ - атҡан уҡ, тиһәләр ҙә Башҡортостанға ҡайтыу йыл да кисектерелә килде. Ниһайәт, нисә йылға бер отпуск алып, юлға сыҡтым. Поезд менән түгел, самолетта. Өфөгә килеп төшөү менән иғтибар иткәнем, һауаның таҙалығы, ҡар бөртөктәренең йомшаҡлығы, кешеләрҙең ихлас булыуҙары. Улар миңә туғандарым һымаҡ яҡын ине. Такси яллап, ауылыбыҙға йүнәлдем. Йортобоҙ имен-аман, селтәрһеҙ тәҙрәләр, ауған ҡоймалар ғына бында бер кем йәшәмәгәнен әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора. Сумкаларымды урынлаштырғас, һыуыҡ мейескә һөйәлеп, ике ут араһында ҡалдым. Ҡайттым да, бында бит мине бер кем дә көтмәй, кемгә кәрәк мин!? Күҙҙәремә йәш төйөлһә лә, тышҡа сығармай, эскә йоттом – һалҡын Себер минең һымаҡ йомшаҡ күңеллеләрҙе лә үҙенсә тәрбиәләне.

Эште ауыл советында  мәсет төҙөү тураһында рөхсәт ҡағыҙы юллауҙан башланым. Халыҡтың нисектер битарлығы күҙгә ташлана, ауылда халыҡ күпләп ситкә сығып киткән икән, сәбәбе әлеге эшһеҙлек. Талап ителгән ҡағыҙҙар йыйнау  оҙаҡ ҡына ваҡытты алды, шулай ҙа үҙемдең йортомдо ошо изге маҡсатта файҙаланыуға рөхсәт алғас, күңелдә аңлата алмаҫлыҡ ризалыҡ тойғоһо барлыҡҡа килде. Таңға табан төш күрҙем – мине яҙмыш ҡосағына ташламай, үҙ ҡанаты аҫтына алған Сәлимә апай  үҙ һымаҡ ап-аҡ кейемдәге заттар менән буласаҡ мәсет манараһынан аҫтағыларҙы күҙәтә имеш, тим.

Был изге эшкә, башланғысҡа фатиха булды. Мин иртүк ҡалаға барып бригада тупланым да, кәрәкле материалдар алып ҡайттым - бер нимәнән дә ҡурҡманым, күңелемдә иҫ китмәле тыныс, рәхәт ине. Ауылдаштарым да күптән эшкә һыуһаған – балта бысҡы алып, кинәнеп эшкә тотондо. Шулай бер ай тигәндә, ябай ауыл йортон үҙгәртеп, манара ултырттыҡ. Яҡташтарымдың ҡәнәғәт  йөҙөн, рәхмәтен ишетеү минең өсөн иң оло баһа булды. Китер ваҡыт еткәс, асҡысты ауылдың иң оло, ихтирамлы кешеһе Салих бабайға тапшырҙым.

Ҡасандыр Себергә ҡасып-боҫоп, сығып китһәм, был юлы тамамланған эшем өсөн рәхәтлек тойғоһо кисерҙем.

Ҡыҫаһы, төпкөл ауылда  2-3 йыл эсендә йәтеш, ыҡсым ғына мәсет төҙөп бөттөк. Яҡташтарыма әллә иман йорто ышаныс өҫтәне, матур- матур йорттар күтәрҙеләр, урамдарҙы тәртипкә килтерҙеләр, ағас- ҡыуаҡлыҡтар ултырттылар. Иң шатландырғаны- эскене ташланылар, буйҙаҡтар кәмене, йәш килендәр шәл бәйләй, ҡымыҙ бешә, кейеҙ һуға, ир-егеттәр үҙ эшен асты.

Ҡыҫҡаһы, ихласлыҡ артты ауылдаштарым араһында. Кисә иһә таныш йөҙлө бер кеше осраны- ҡайҙалыр күргәнем бар, әммә хәтерләй алманым.

 

- Һаумыһығыҙ, һеҙгә ҙур йомош менән килдем, - ти, ҡарашын аҫҡа төбәп, йортобоҙ янды, ярҙам итә алмаҫһығыҙмы?

  • Һеҙҙе ҡайҙалыр күргәнем бар һымаҡ, -тим, хәтерләргә тырышып.
  • -Ғәлимә, мин бит Иҡсан, - шунда ғына мине зар илатып йәшәгән ирҙең тап үҙ ирем икәнлеген таныным.
  • Үҙгәргәнһең, таныманым, ғәфү ит!-, тип хәл-әүәлен дә һорамай, кәрәкле сумманы тотторҙом. Был - минең уны ғәфү итеүем билдәһе ине. Йәшәй-йәшәй шуны аңланым - кешегә бер изгелек эшләһәң, ул үҙеңә тағы ла өйөлөп, артып ҡайта икән. Ҡасандыр тормош юлында юғалып ҡалыр мәлемдә миңә иңен ҡуйған Сәлимә апай хөрмәтенә күркәм мәсет күтәрҙек, ауылдаштарыма үҙ эшен асыр өсөн ярҙам күрһәтәм, балалар баҡсаһына уйынсыҡтар бүләк иттем. Былар миңә рәхмәт булып кире әйләнеп ҡайта. Аллаға шөкөр, күңелем тыныс хәҙер, үҙ урынымды таптым”.

Ҡараңғы төшкәс тә, әңгәмәсем Ғәлимә апай менән скверҙа эскәмйәлә оҙаҡ гәпләштек. Еңел генә йәштәрсә хәрәкәт менән урынынан ҡуҙғалып ҡайтыр яҡҡа йүнәлгән йомарт ҡатындың изге уйҙары миңә күскәндәй булды. Себер һалҡынында яҡташтарына ярҙам итеү теләген беренсе урынға ҡуйып, ғүмеренең яртыһы ситтә үткәргән  ҡатынға ысын күңелдән рәхмәт әйтергә лә өлгөрмәгәнлегемә үкендем. Күҙем уның баянан бирле ҙур устарында өйрөлтөп эскәмйәгә һалған ябай ташҡа төштө. Эшсән ҡулдарҙың йылыһы күскән ине уға, йәнһеҙ таш, оҙаҡ ваҡыт минең һалҡындай өшөй башлаған тәнемә үҙ йылыһын биргәндәй тойолдо.

Таш иретер ҡатын-ҡыҙ ҡулдары
Таш иретер ҡатын-ҡыҙ ҡулдары
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: