ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
22 Ғинуар , 09:45

ТӘҮБӘ ГЕНӘ ЯРҘАМ ИТЕРМЕ?

Ҡаты сиргә юлығыуыбыҙҙың йәки балаларыбыҙ бәхетһеҙлегенең, эштә йәки шәхси тормошта уңышһыҙлыҡтың “ҡара һаҡал” кеүек эйәреп йөрөүенең сәбәптәре тураһында уйлағанда бик һирәк үҙебеҙҙе ғәйеплегә сығарабыҙ.

ТӘҮБӘ ГЕНӘ ЯРҘАМ ИТЕРМЕ?
ТӘҮБӘ ГЕНӘ ЯРҘАМ ИТЕРМЕ?

Тормошобоҙҙағы күңелһеҙлектәр – күп осраҡта ҡылған ҡылыҡтарыбыҙ, гөнаһтарыбыҙ өсөн бирелгән яза бит ул. Теләйбеҙме ул, теләмәйбеҙме, һәр яңылышлыҡ өсөн яуап бирәбеҙ.

Ғәйеп онотолор, һабағы – юҡ.

(Башҡорт халыҡ мәҡәле).

Кеше ҡылған гөнаһты онот, үҙеңдекен генә иҫлә.

(И.Златоуст).

Һәр кемдең гөнаһы үҙенә.

(Г.Арбитр).

Башҡаларҙыҡын гөнаһ тип иҫәпләйбеҙ, үҙебеҙгә ҡағылғанды тормош тәжрибәһе, тип атайбыҙ.

(Р.Эмерсон).

Йәшлектәге яңылышлыҡтар өсөн олоғайғас язаһын алабыҙ.

(П.Абеляр).

Беҙҙең ҡылған гөнаһтарҙы Аллаһу тәғәлә ғәфү итергә мөмкин, ә нервы системаһы - юҡ.

(У.Джеймс).

Элекке гөнаһтарҙың күләгәһе оҙонораҡ.

(А.Кристи).

Асыу һәм мин-минлек - иң ҙур гөнаһ.

(Р.Ламерлинг).

Яҡын кешеңде күрә алмау, яратмау түгел, ә уға битараф булыу - иң ҙур гөнаһтарҙың береһе.

(Д.Шоу).

Үҙегеҙҙең гөнаһтарығыҙ тураһында күберәк уйланһағыҙ, кешенең етешһеҙлеге тураһында һөйләргә ваҡытығыҙ булмаҫ.

(У.Шекспир).

Йөҙ диндарға ҡарағанда, Күктәр үҙенең гөнаһы өсөн үкенгән бер кеше өсөн нығыраҡ ҡыуана.

(А.Дюма).

Яңылыш юлдың тәүге баҫҡысында туҡтамаһаң, аҙаҡҡа тиклем бараһың.

(Р.Бакстер).

Әгәр кеше баҙарға үҙенең гөнаһтарын һатырға алып сыҡһа, һәр кем үҙенең гөнаһы менән ҡайтыр ине.

(Геродот).

Гөнаһтары өсөн тәүбәгә килгәнһең икән, тимәк һинең гөнаһтарың юҡ.

(Сенека).

Үҙен гөнаһлы тип иҫәпләгән тәҡүәле кешеләр булған кеүек, үҙен диндар тип иҫәпләгән гөнаһлылар ҙа була.

(Б.Паскаль).

 

 

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: