ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
2 Февраль , 14:09

Иң тәмле аш-һыу тап бында!

Бында йылдар аша тупланған төрлө милләт аш-һыуын ауыҙ итергә мөмкин. Күптәрҙе ул ассортимент төрлөлөгө, хеҙмәтләндереү, сервис сифаты менән хайран итергә өлгөргән. Шулай булмаһа, бер тапҡыр ошонда байрам табыны ойошторғандар, Мәләүез ҡалаһы, ЭКСО, 5 адресы буйынса урынлашҡан “Эколайн” кафеһын ҡабаттан һайлар инеме?

Баштан уҡ шуны әйтеп китергә кәрәк, бында ике зал бар, береһе 150 урынлыҡ, икенсеһенә 100-120 кеше һыя. Хәҙер туй, юбилейҙар өйҙә үтмәй, күптәр бына ошондай күләмле байрамдарҙы тап “Эколайн” кафеһында уҙғара.

 Ни өсөн тап “Эколайн”?  Беренсенән, ҡала шау-шыуынан ситтә, тыныс урында урынлашҡан. 30-40 автомобиль һыйҙырышлы парковкаһы, видеокүҙәтеү бар. Икенсенән, иркен, тәбиғи яҡтылыҡ, йәйгеһен күҙҙе йәйрәп ятҡан йәшеллек иркәләһә, ҡышҡыһын ап-аҡ тигеҙлек күңелде шатландыра. Йыһаз заманса, һауыт-һаба даими яңыртыла, өҫтәл биҙәлеше  ҡабатланмай, музыка тауышы шаңдау булып ҡолаҡты ярмай. Шуныһын да өҫтәү кәрәк, ата- әсәләргә байрамға килгән балаларҙы уйнатыу, ял иттереү өсөн махсус әҙерләнгән бүлмә лә бар, ә бындай урындар менән башҡалар маҡтана алмай. Иркен фойела фотоға төшөү, иҫтәлекле мәлде мәңгеләштереү өсөн фотомөйөш йыһазландырылған. Меню төрлөлөгө лә хайран итә.

Кафе етәксеһе Рита Уразинбәтова – үҙенә генә түгел, башҡаларға ла талапсан, әммә мөләйемлеге, тырышлығы һәм даими эҙләнеүе менән ҡалала кафе селтәрҙәренең үҫешенә тос өлөш индергән эшҡыуар. Ҡасандыр ташландыҡ хәлгә еткән ашхананы заманса йыһазландырыу, биҙәү, ремонтлауҙың күпме көс һәм йоҡоһоҙ төндәргә тороуын унан да  яҡшы белеүсе юҡ.

Асылғандан алып Лилиә Зәйнәғәбдинова, Гөлнәфис Әмәкәсева, Нәзифә Мөхәмәҙиева, сентябрҙән Айгөл Күсмәева эшләй.  Уларҙың күңел йылыһы һалып әҙерләнгән аш-һыу, ризығы шуға ла ҡунаҡтарға ныҡ оҡшайҙыр.

Ашнаҡсылар даими белемен камиллаштыра, яңы блюдолар уйлап таба, бында интернет та ярҙамға килә. Уларҙың кейеменә генә түгел, үҙ-үҙен тотошона, прическаһына ла талап етди. Ҡунаҡтар менән йылы мөнәсәбәт, йылмайыу һәм, әлбиттә, тәмле аш-һыу - “Эколайн” кафеһының төп кредоһы.

Хәләл ризыҡ ҡулланылыуы менән дә күптәргә оҡшай кафе. Итте үҙебеҙҙең фермер хужалыҡтарынан һатып алалар. Тултырма, ҡаҙы ла үҙебеҙҙең ерлектә әҙерләнә. Йылдар буйына бына шулай хеҙмәттәшлек күпере нығына.

Йәйгеһен коллектив ярҙамға йәштәрҙе эшкә ҡабул итә.  Егет-ҡыҙҙар бында тәжрибә туплап ҡына ҡалмай, үҙ яңылыҡтарын индерә.

Меню заказ биреүсе менән бергә төҙөлә. Ундан ашыу беренсе блюдо бар, туҡмаслы аш, азу, ҡуллама һәм башҡаһы. Икенсе блюдо һаны егермегә етә, яңы салаттар 20-25 төрҙә. Башҡаларҙан айырмалы “Эколайн” кафеһында өҫтәлгә ауыл һөт-ҡаймағы, ҡорот-эремсеген үҙҙәре килтерергә мөмкин.

Рита  Ришат ҡыҙы һүҙҙәренә ҡарағанда, был урынды күптәр дини мәжлес, никах тантаналары үткәреү өсөн дә һайлай. Тормош башлаған йәш парҙарға, юбилярға кафе етәкселегенең иҫтәлекле бүләге лә ҡаралған. Уларҙы етәксе шәхсән үҙе һайлай һәм тапшыра.

 

Заман талаптарына яуап биргән кафе яңыса алым кейтеринг алымын үҙләштергән, йәғни заказ буйынса йортҡа әҙер аш-һыу алып барыу, өҫтәл биҙәүҙә ярҙам итеү. “Эколайн” кафеһы менән берлектә ҡапыл ҡунаҡ килгәндә хан һыйындай табын әҙерләү ваҡытты экономиялай.

Ҡалала уҙған ярышта ҡатнашыусыларҙы тәмлекәс, ҡамыр ашы менән һыйлауҙы ла кафе хеҙмәткәрҙәре уңышлы башҡара. Йыл да балалар йортонда “Теләктәр шыршыһы” акцияһында ҡатнашыу изге йолаға әүерелгән. Ураҙа байрамында Ҡотош ауылы мәсетендә Ифтар үткәреүҙә лә төп спонсорҙарҙың береһе.

Шулай уҡ тәмле һәм туҡлыҡлы аш яратыусыларҙы бында иртәнге 9-ҙан киске 5-кә тиклем көтөп ҡалалар. Ҡала халҡы ғына түгел, оло сәфәргә сыҡҡан водителдәр ҙә юл ыңғайы тап ошонда тамаҡ ялғай.

Киләсәктә кафеға ҙур ҡеүәтле кондиционер урынлаштырыу, аш-һыу бүлмәһенә киң функцияға эйә мейес һатып алыуҙы маҡсат итеп ҡуйғандар бында.

“Эколайн” кафеһында юбилей, туй-никах үткәреп, байрамдан онотолмаҫ тәҫьорат алырға теләгәндәргә телефон һандары:

 8-905- 006-83-38; 8937-351-75-78. ( Рита Рәшит ҡыҙы)

Адресы: Мәләүез ҡалаһы, ЭКСО майҙаны, 5 (элекке “Келме”предприятиеһы).

Реклама хоҡуғында.

Иң тәмле аш-һыу тап бында!
Иң тәмле аш-һыу тап бында!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: