ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
2 Февраль , 13:53

Тоғролоҡ һәм татыулыҡ - бәхет нигеҙе

Мамыҡ юрған менән ҡапланған икһеҙ-сикһеҙ яландар тиҙҙән әрселер ҙә, йоҡомһорап ятҡан орлоҡтар шытым бирер.  Йылдағыса  йырындар буйлап ҡар  һыуҙары селтерәп йүгерер... Донъя шулай ҡоролған – миҙгелде-миҙгел алмаштыра. Юлыбыҙ исеме үк үҙенә саҡырып торған Аҡназар ауылына төштө. Маҡсатыбыҙ - гәзит уҡыусыларҙы йәшәү тамырҙары ошо ауыл яҙмышына бәйле Наилә һәм Айҙар Күсәрбаевтар ғаиләһе менән таныштырыу. Мәләүез районында күркәм ғаиләләр бик күп

Тәү ҡарашҡа меңәрләгән күп балалы ғаиләләрҙән әллә ни айырылмай ҙа һымаҡ улар.

Күсәрбаевтарҙың бергә тормош көтөүенә 33 йылдан ашыу. Бәхетле  ғүмер иткәндәр ваҡыт үткәнен һиҙмәй, тигәндәренә нисек ышанмайһың шунан?! Айҙар Кәлимулла улы 11 балалы ғаиләлә иң кесеһе. Кинйә булһа ла иркәләнеп үҫмәй.

Уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмай, йәше еткәс, һалдат шинеле кейә. Хеҙмәт юлы төрлө йүнәлештә дауам итә. Бөгөн йорттар төҙөү - уның төп шөғөлө. Бер үҙе түгел, махсус бригадаға тупланып, республиканың ниндәй генә районында булмаған улар, административ биналар, шәхси йорттар - уларҙың  хеҙмәт емеше.

Наилә Үсәрбай ҡыҙы ете балалы ғаиләлә тәрбиә алған. Уйҙары бер, маҡсаттары уртаҡ ғаиләлә дүрт балаға ғүмер биргән Күсәрбаевтар. Ришат улдары менән Лиана  килендәренең дүрт балаһы бар. Диләләре лә Салауат ҡалаһында тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләй. Динәләре лә тормошта. Кинйә улдары Илфат - индустриаль колледж студенты. Бына шулай барына риза булып хәҙер инде балаларын үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫтырған атай- менән әсәй ейән-ейәнсәрҙәре уңышына ҡыуанып йәшәй.

Ауыл ерендә ҡаланыҡынан кәм булмаған шарттарҙа (артып китмәһә әле!) йәшәй улар. Уларҙың йорто төҙөклөгө менән әллә ҡайҙан ҡарашты үҙенә тарта. Ихаталағы һәр нәмә алдан уйланып эшләнгән. Күпләп мал аҫырайҙар. Наиләнең башҡорт ҡорото менән район-республика сараларында ғына түгел, Мәскәү, Санкт-Петербург тарафтарында милли ризыҡты брендлауын кемдәр генә белмәй? Бындай күләмле сараларҙа күптәр тап Мәләүез ҡоротон көтөп ала икән.

15 йылдан ашыу мәҙәниәт усағын гөрләтеп эшләгән Наилә Үсәрбай ҡыҙы ауылдаштары өсөн төрлө саралар ойоштора, милли йолаларҙы тергеҙеүгә тос өлөш индерә. Ауылдаштары менән бергә махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға маскировкалау селтәре үреүҙе башлағандар. Гуманитар ярҙам әҙерләү, ауылда өмәләр, милли байрамдар уҙғарыу ҙа мәҙәниәт хеҙмәткәр яуаплылығында.

Бына шундай ғаиләләре менән көслө йәмғиәтебеҙ!

 “Ғаилә - нур туплаусы бер йомғаҡ”, - ти Күсәрбаевтар.

Тоғролоҡ һәм татыулыҡ - бәхет нигеҙе
Тоғролоҡ һәм татыулыҡ - бәхет нигеҙе
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: