+12 °С
Болотло
Тик һылыуын ҡабул итә алманы. Ауырға ҡалып, эсем беленә башлағас та, яратманы. Һылыуы йәки ҡустыһы тыуыуын теләмәне. Эскә һуғып-һуғып китә ине, уныһынан да бигерәк холҡо ныҡ үҙгәрҙе. Үсекте, асыуланды, иланы. Бала тыуғас, бөтөнләй тыңламай башланы. Мине лә, сабыйҙы ла үҙ итмәне. Берәй нәмә эшләтеп ҡуймаһын тип, бәләкәсте ҡулдан төшөрмәйем.
Ярай, аҙ ғына булһа ла үгәй атаһының һүҙе үтә. Мәктәпкә лә ул йөрөтә. Психологҡа алып барып та ҡараныҡ, бер нәмә лә ярҙам итмәй. Баланың көнләшеүе тиҙ үтә тиһәләр ҙә, аҙмы-күпме ике йыл булды бит инде.
Нимә эшләп ҡарарға икән? Бәлки, береһенең тормошонда шундай хәл булғандыр, кәңәш бирһәгеҙсе.
Илүзә И.