ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Ноябрь 2016, 13:04

Белдереү ҡағыҙындағы мәғлүмәтте аныҡлау өсөн

Мөлкәт һалымын түләүҙең һуңғы көндәре яҡынлашыу менән бәйле белдереү ҡағыҙы алған һалым түләүселәрҙең һорауҙарына һалым хеҙмәте асыҡлыҡ индерә.

Мөлкәт һалымын түләүҙең һуңғы көндәре яҡынлашыу менән бәйле белдереү ҡағыҙы алған һалым түләүселәрҙең һорауҙарына һалым хеҙмәте асыҡлыҡ индерә.



Мәҫәлән, белдереү ҡағыҙының формаһы буйынса һорауҙар бар. 2016 йылдан һәр һалым түләүсегә урынына ҡарамай, бөтә объекттар буйынса йыйылма белдереү ҡағыҙы ебәрелә. Был осраҡта һалым объекттың урыны буйынса иҫәпләнә, ә белдереү ҡағыҙы һалым түләүсенең йәшәгән адресы буйынса ебәрелә. 2016 йылға тиклем төрлө райондарҙа йәки Рәсәйҙең башҡа субъекттары биләмәләрендә мөлкәте булған физик шәхестәр милке урынлашҡан һәр һалым органынан бер нисә белдереү ҡағыҙы ала ине.


Шулай уҡ белдереү ҡағыҙындағы мәғлүмәт тә һорау тыуҙыра. Һалым түләүсе уның менән риза булмаған осраҡта һалым органына Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең www.nalog.ru сайты аша электрон төрҙә, почта аша йәки инспекцияға килеп, мәғлүмәтте аныҡларға тейеш.


Мөлкәт һалымы теркәү органдары биргән мәғлүмәт буйынса иҫәпләнеүен иҫәпкә алырға кәрәк. Объекттың характеристикаһына (кадастр хаҡы, объекттың адресы, милек өлөшө, эйә булыу ваҡыты, двигателдең ҡеүәте һәм башҡалар) ҡағылған һорау булғанда һалым органы һеҙҙең мөрәжәғәт буйынса мәғлүмәтте аныҡлай һәм нигеҙ булған осраҡта һалымды яңынан иҫәпләй.


Һалым органдары мөлкәт һалымын иҫәпләү һәм түләү менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн тейешле саралар ҡабул итә. Шул маҡсатта мөрәжәғәт иткән һалым түләүселәр һаны артыу менән бәйле, республиканың һалым органдары ҡабул итеү һәм хеҙмәтләндереү ваҡытын киске 8-гә тиклем оҙайтып, көсөргәнешле эш режимында эшләй. Шулай уҡ инспекция етәкселеге мөлкәт һалымын иҫәпләү һәм түләү мәсьәләһе буйынса граждандарҙы эш көнөндә киске 8-гә тиклем ҡабул итә.


Мөлкәт һалымын иҫәпләү, түләү, белдереү ҡағыҙын алыу менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте Берҙәм контакт-үҙәгенең түләүһеҙ 8 (800) 222-22-22 телефоны йәки Федераль һалым хеҙмәте республика идаралығының берҙәм төбәк 8 (347) 226-38-00 телефоны аша мөрәжәғәт итегеҙ.
Читайте нас: