ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Декабрь 2017, 11:21

Яңы йыл – яңы юлдар менән ҡаршы алына

Башкиравтодор» Мәләүез филиалы етәксеһе Радик Ишмөхәмәтов менән 2017 йылға йомғаҡ яһаны.

Башкиравтодор» Мәләүез филиалы етәксеһе Радик Ишмөхәмәтов менән 2017 йылға йомғаҡ яһаны.
- Радик Ғилметдин улы 2017 йылдың йомғаҡтары менән таныштырып китегеҙ әле?
- Быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” проекты сиктәрендә ремонт эштәре башҡарылды. 18 объект буйынса планға ярашлы ремонт эштәре үтәлде. Республика кимәлендә 12 км оҙонлоғонда Мәләүез – Федоровка, Ишембай - Воскресенский – Мәләүез, Магнитогорск – Ира, район буйынса Мәләүез көнбайыш урау юлы, Васильевка - Ивановка, Яңы Казанковка, Дарьино, Ҡаран – Тамъян – Ташлыкүл, Яңауыл – Красногорка юлдары, Свердлов , ВЛКСМ-дың 50 йыллығы урамдарын ремонтланыҡ. Шулай уҡ Яңы Казанковка, Сәйет, Туҡмаҡ, Самаровка ауылдарында өлөшләтә асфальт түшәнек. Өс аҙна элек Корнеевканың ике күперен ремонтланыҡ. Халыҡтың талаптарын үтәргә тырышабыҙ.
- «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” проектының төп маҡсаты?
- «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” проектының төп маҡсаты – юлдарҙы хәүефһеҙ, яҡшы хәлдә тотоу, планға һәм нормаларға ярашлы ремонт эшләү, шулай уҡ юл һалыу һәм ремонтлау өсөн аукцион конкурстарҙа ҡатнашып, өҫтәлмә эш күләме алыу.
- Күпме юл билдәләре алмаштырылды?
- 60-тан ашыу юл билдәһе, 100-ҙән ашыу сигнал бағанаһы яңыға алмаштырылды, 200-ҙән артыҡ ҡыуаҡлыҡтар тәртипкә килтерелде.
- Юл төҙөкләндереүгә яңы техника һәм технологиялар ҡулланылдымы?
- Эйе. Юлды төҙөкләндереүҙә яңы технологиялар ҡулланыла. Щебень(ваҡланған таш) менән бетон ҡатнашмаһы өҫтөнә асфальт түшәлде. Ә ул үҙ сиратында хәүефһеҙлек тыуҙырырға ярҙам итә. Shafer RZS-14000 машинаһы менән һалынды. Бик үк яңы технология тип әйтеп булмай, сөнки ул 2015 йылдан башлап ҡулланыла.
- Үткән йыл менән сағыштырғанда эш күләме нисегерәк?
- Быйылғы йылда эш күләме 35 процентҡа арттырылып үтәлде.
- Юл төҙөкләндереү эштәре тамамланды. Әле ниндәй эштәр менән мәшғүлһегеҙ?
- Әлеге ваҡытта ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек бара. Ҡар тотоу өсөн торбалар, ҡалҡандар әҙерләнә. Ҡар таҙартыу техникаһын эшкә килтереү эштәре алып барыла. Тайғаҡ юлдарға ҡом һәм тоҙ һибелә.
Көҙгө ямғырҙар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән соҡор урындарҙы ямайбыҙ. Юл буйында үҫкән ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы киҫәбеҙ. Киләһе йылға күләмде арттырыу өсөн материалдар туплайбыҙ. Федоровка районының Гавриловка карьерынан ҡом ташыйбыҙ. Бурандар башланыуға техника әҙер.
- 2018 йылға пландарығыҙ менән таныштырып үтегеҙ әле?
- Капиталь ремонт эшләүҙе күҙаллайбыҙ. Район Хакимәте менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Николай Хорошиловҡа райондың юл торошо хаҡында хат яҙҙыҡ. Насар юлдар хаҡында еткерҙек. Хәл ителеүен көтәбеҙ.
- 2018 йылды ниндәй кәйеф менән ҡаршылайһығыҙ?
- Быйылғы йылда 2016 йыл менән сағыштырғанда күрһәткестәр күпкә яҡшыраҡ булды, шуға күрә Яңы йылды күтәренке кәйеф менән ҡаршылайбыҙ. 2016 йылда килем 118 миллион булһа, быйыл – 123 миллион торош итә.
- Гәзит уҡыусыларға әйтер теләктәрегеҙ?
- Барлыҡ район халҡын Яңы йыл менән ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем!
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Яңы йыл тик уңыштар ғына килтерһен!
Һүрәттә: Башкиравтодор» Мәләүез филиалы етәксеһе Радик Ишмөхәмәтов үҙенең уңыштары менән бүлеште.
Автор фотоһы.
Блиц-интервью
Айрат Бикҡузин, токарь:
Быйылғы йыл - минең өсөн уңышлы йыл, сөнки эштә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр булды. Токарһыҙ бер ерҙә лә эш бармай. Шуға күрә етештереү, йүнәтеү эштәрен еренә еткереп башҡарырға тырышам. Эш хаҡы ваҡытында түләнә, эшем оҡшай. 2018 йылды мин яҡшы кәйеф менән ҡаршы алырға йыйынам. Киләһе йыл тағы ла уңышлыраҡ булыр тип өмөт итәм. Ғүмер буйы токарь булып эшләйем, һөнәремә тоғромон.
Дамир Абдуллин, водитель:
2017 йылда иң мөһиме пландар үтәлде, уңыш мул булды. Әле беҙ тик ҡар ғына көтәбеҙ. Ротор, ҡар таҙартҡыс машинама күп ҡар кәрәк. Яңы йыл менән барлыҡ Мәләүез халҡын ҡотлайым. Киләһе йыл – эт йылы беҙгә тик уңыштар, тыныслыҡ килтерһен.
Читайте нас: