Конгэк
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Апрель 2018, 13:41

Һалым декларацияһын тапшырыу юлдары

Бөгөн физик шәхестәрҙең килеменә һалым декларацияһын “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты” интернет-сервисы аша ебәреү - иң еңел һәм тиҙ ысул.

Бөгөн физик шәхестәрҙең килеменә һалым декларацияһын “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты” интернет-сервисы аша ебәреү - иң еңел һәм тиҙ ысул. Сервис документтарҙы ебәрергә генә түгел, ә өҫтәмә шылтыратыуҙарһыҙ һәм һалым инспекцияһына бармай ғына, уның тикшереү барышын күҙәтергә лә булышлыҡ итә.
Бынан тыш, сервис менән файҙаланыусылар эш биреүсенең физик шәхес килеменә һалым, мотлаҡ пенсия страховкаһына иғәнә күсереүен үҙ аллы тикшерә ала. Алған килемдең һәм күсерелгән һалым, страховка иғәнәһе күләме тураһында мәғлүмәт “Физик шәхестәр килеменә һалым”/”2-НДФЛ формаһы буйынса белешмә тураһында мәғлүмәт”/”Мотлаҡ пенсия страховкаһына эш биреүсе иҫәпләгән страховка иғәнәһе күләме тураһында мәғлүмәт” ҡушымтаһында (“Налог на доходы физических лиц” / “Сведения о справках по форме 2-НДФЛ” /”Сведения о суммах страховых взносов на обязательное пенсионное страхование, начисленных работадателем”) урынлашҡан.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: физик шәхестең йәшәгән урынына ҡарамай, шәхси кабинетҡа теркәлеүҙең өстән береһен һайларға мөмкин:
- логин һәм пароль ярҙамында РФ Федераль һалым хеҙмәте инспекцияһында йәки күп функциялы үҙәк филиалында (бүлексәһендә);
- көсәйтелгән квалификациялы электрон ҡултамға ярҙамында;
- Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталында шәхси раҫлатылған иҫәп яҙыуы ярҙамында.
Һалым декларацияһын түбәндәге юл менән ебәрергә мөмки:
- һалым органына шәхси мөрәжәғәт итеп йәки вәкил аша;
- почта аша;
- күп функциялы үҙәк филиалы (бүлексәһе) аша ебәрергә мөмкин.
Федераль һалым хеҙмәте Башҡортостан буйынса матбуғат хеҙмәте.