ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Август 2018, 13:25

Эшләүсе пенсионерҙарға өҫтәлмә ҡаралған

Башҡортостанда 200 меңдән ашыу эшләүсе пенсионер август пенсияһына өҫтәмә аҡса аласаҡ. Пенсия фондының төбәк бүлексәһендә аңлатыуҙарынса, уларға пенсияны ғаризаһыҙ ҡайтанан иҫәпләйәсәктәр. Һәр эшләүсе пенсионерҙың өҫтәмә күләме уҙған йылда уның өсөн эш биреүсе түләгән страховка иғәнәләре суммаһына бәйле. Август төҙәтмәһе - эшләүсе пенсионерҙар өсөн пенсияның берҙән-бер арттырылыуы. 2016 йылда Рәсәйҙә эшләгәндәргә пенсия индексацияланмай, ә хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң тороп ҡалған индексация кире ҡайтарыла. Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә бөтәһе 1,180 миллиондан ашыу пенсионер йәшәй, шуларҙың 200 меңдән ашыуы эшләүен дауам итә.

Читайте нас: