Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Сентябрь 2018, 17:37

Иҡтисади үҫеш

Колонияла алып барылған был эшмәкәрлек тәрбиә һәм һөнәри белем биреү йәһәтенән генә түгел, ә хөкөм ителеүселәр өсөн килем алыу сараһы ла.

7-се холоҡ төҙәтеү колонияһы федераль ҡаҙна учреждениеһында металл эшкәртеү, йәмәғәт туҡланыуы өсөн кәрәкле ҡорамалдар, кер йыуыу машиналары, ҡаҙандар, электр һыу йылытҡыстар, кер һабыны етештерелә, эш кейемдәре тегелә.

Колонияла алып барылған был эшмәкәрлек тәрбиә һәм һөнәри белем биреү йәһәтенән генә түгел, ә хөкөм ителеүселәр өсөн килем алыу сараһы ла. Шуға бәйле, учреждение етәкселеге етештереүҙе үҫтереү һәм ҡаланың торлаҡ-коммуналь, юл хужалығы предприятиелары етәкселәре, эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлек булдырыу маҡсатында кәңәшмә үткәрҙе. Унда район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ҡатнашты.
Холоҡ төҙәтеү колонияһы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Михаил Девяткин, Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Григорий Савченко сығыш яһаны.
Учреждение республикала ғына түгел, бөтә илдә махсус автомобилдәр етештереү менән билдәле. Былтыр ноябрҙә уның меңенсеһе ҡулланыуға тапшырылды. 2010 йылдан алып “КАМаз”, “ГАЗель”, “Валдай”, “ГАЗельNext”, “ГАЗонNext” нигеҙендә 10 төрлө модификация автомобиль етештерелгән. Һуңғы йылдарҙа эшләнгәндәре быға тиклем сыҡҡандарынан уңайлыраҡ булыуы менән айырыла.

Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 76-сы һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: