ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Сентябрь 2018, 12:42

Мөлкәт һалымын түләү

Республика граждандары 2018 йылдың 3 декабренә тиклем 2017 йыл өсөн мөлкәт һалымын түләргә тейеш.

Һалым органдары белдереү ҡағыҙҙары (налоговые уведомления) ебәрә башланы. “Шәхси кабинет” менән файҙаланғандар уны электрон төрҙә алды. Башҡаларға йәшәгән адрестары буйынса почта аша ебәрелде һәм улар 1 ноябргә тиклем барып етергә тейеш. Квитанция ғәҙәттәгесә белдереү ҡағыҙы менән киләсәк.

Ойошма йәки эшҡыуар һалым тотолмаған килем факты тураһында хәбәр иткән осраҡта ҡайһы бер граждандар физик шәхестәр килеменә һалымға ла уведомление аласаҡ. Банк бүлексәләре, почта, терминал аша, шулай уҡ “Шәхси кабинет”тан онлайн-режимда йәки Федераль һалым хеҙмәте сайтында (www.nalog.ru) “Һалым түлә” (Заплати налоги) интернет-сервисын файҙаланып түләргә мөмкин.

Республика һалым органдары иҫегеҙгә төшөрә: Башҡортостанда өсөнсө йыл физик шәхестәрҙең мөлкәтенә һалым күсемһеҙ милек объектының кадастр хаҡынан иҫәпләнә (ер һалымы 2006 йылдан кадастр хаҡынан алына). Закондың был яңы тәртибе яйлап индерелде һәм тәүге өс йылда түбән коэффициент билдәләнде. Мәҫәлән, 2017 йылға һалым иҫәпләү өсөн 0,6 коэффициенты ҡулланылды (2015 йылда – 0,2, 2016 йылда 0,4 коэффициенты).

Өсөнсө һәм артабанғы һалым осорона кадастр хаҡы буйынса иҫәпләнгән төбәктәр өсөн һалым үҫеше үткән йылдыҡынан 10 проценттан артмаҫҡа тейеш.

Мөлкәт һалымы теркәүсе органдар биргән мәғлүмәт нигеҙендә иҫәпләнә. Үҙ ваҡытында хәбәр ителгән льготалар һәм шулай уҡ шәхси торлаҡ һәм ярҙамсы хужалыҡ объекттарына һәм ер участкаларына һалым һалынмай торған вычеттары иҫәпкә алынды. Ер һалымы һәм физик шәхестәрҙең килеме буйынса өҫтәмә льготалар һәм ставкаларҙы урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдары билдәләй. Ентекле мәғлүмәт Федераль һалым хеҙмәте сайтында (www.nalog.ru) “Мөлкәт һалымы буйынса ставкалар һәм льготалар тураһында мәғлүмәт” электрон сервисында урынлашҡан.

Мөлкәт һалымын түләү ваҡыты 3 декабргә тиклем.

Һалым инспекцияһы.
Читайте нас: