ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Октябрь 2018, 14:37

Беҙҙекеләр ил кимәлендә билдәләнде

Сентябрь аҙағында Рәсәй Финанстар министрлығында “Граждандар өсөн бюджет” проекты Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы үтте.
4 йылда конкурсҡа 50 төбәктән 818 проект эше тәҡдим ителде. Быйыл иһә 32 субъекттан 265 ғариза теркәлгән. Конкурс еңеүселәрен РФ Финанс министры урынбаҫары Алексей Лавров ҡотланы.
Мәләүез финанс идаралығы эштәре ил кимәлендә ойошторолған конкурста өс номинацияла бүләкләнде:
“Эшҡыуарлыҡ бюджеты” - 1-се дәрәжә диплом;
“Мунициаль һәм дәүләт хеҙмәте тураһында заманса мәғлүмәт формаһы” - 2-се дәрәжә диплом;
“Граждандарға бюджетты күҙаллауҙың заманса формаһы” - 3-сө дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Конкурс эштәре менән http://finance.admmeleuz.ru. рәсми сайтында танышырға мөмкин.
Район финанс идаралығы коллективын еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Район Хакимиәте.
Читайте нас: