Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Октябрь 2018, 14:21

Финанс ярҙам алыу өсөн

“Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты яҡлау һәм үҫтереү” муниципаль программаһына ярашлы, район Хакимиәте 16 октябрҙән 6 ноябргә тиклем эшҡыуарҙар араһында финанс ярҙам алыуға конкурс иғлан итә.
Унда эшҡыуарҙарға түбәндәге мөмкинлектәр ҡаралған:
- яңы эш башлаусылар өсөн - 300 һумға тиклем субсидия;
- Рәсәй ойошмалары менән төҙөлгән лизинг килешеүе буйынса сығымдарҙы өлөшләтә түләүгә - 500 һумға тиклем финанс ярҙам;
- муниципаль һәм дәүләт учреждениеларын хеҙмәтләндереү өлкәһендә планлаштырылған эшмәкәрлекте тәьмин итеү маҡсатына - 300 һумға тиклем субсидия.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына финанс ярҙам күрһәтеү тәртибе һәм шарттары менән район Хакимиәтенең иҡтисади үҫеш, сәнәғәт, инвестиция, эшҡыуарлыҡ, туризм һәм ҡулланыусы баҙары бүлегендә (Воровский урамы, 4, 213-сө бүлмә, телефоны - 3-08-10) йәки https://meleuz.bashkortostan.ru/ сайтында танышырға мөмкин.
Бынан тыш конкурста ҡатнашыу өсөн документтарҙы Смоленск урамы, 108 адресы буйынса ҡаланың күп функциялы үҙәгенә тапшырырға була.
Район Хакимиәте.
Читайте нас: