Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Июнь 2019, 17:26

Аҙыҡ-түлекте тәләфләмәйек

Магазиндарҙа быға тиклем дә көн һайын продукцияның һаҡлау ваҡыты тикшерелә ине, уларҙың ҡулланыу ваҡыты үтергә тейеш түгел. Күрһәтелгән дата ваҡыты сыҡҡан, ә тауар кәштәлә ята, йәки һатып алыусынан ялыу килһә, штраф һалына. Күпләп артып ҡалған, һатылмаған продукция утилләштерелергә тейеш, тибеҙ, ә уны бер кем дә алмаһа, сығарып түгергә ҡалмы? Сүп-сар контейнерҙарында өйөлөп ятҡан икмәк, ҡаластарҙы күҙ алдына килтерәһегеҙме?

Магазиндардарҙың ассортимент сәйәсәтенең үҙгәртеүе ихтимал бит әле. Заказ яһағанда халыҡ күпләп һатып алған тауарға өҫтөнлөк биреләсәк, был өҫтәмә сығымдарҙы булдырмауға бәйле, ти эксперттар. Сауҙа селтәрҙәре кәштәләрҙә үтемлеләрен генә ҡалдырһа тиҙ боҙола торған аҙыҡ-түлеккә дефицит тыумаҫмы? Беҙҙә шулай ҡабул ителгән - яһалма дефицит тыуҙырырға әҙерҙәр. Тоҙ, ҡарабойҙай, шәкәр ҡомо, хәтерләйһегеҙме?!
Эшҡыуар килемен һаҡлар өсөн аҙыҡ-түлеккә хаҡ күтәрмәҫме? Мәҫәлән, икмәк-булка изделиелары, һөт-ҡаймаҡ, йәшелсә, емеш-еләккә? Етештереүсе улар оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн тағы ла ниндәйҙер ҡушымта, өҫтәмәләр ҡулланмаҫмы? Был осаҡта, әлеге лә баяғы ябай ҡулланыусы зыян күрәсәк. Һорауҙар күп, закон үҙ көсөнә ингәндән һуң ай дауамында аналитиктар магазин кәштәләрен “күҙәтәсәк” һәм тейешле һығымта сығарасаҡ. Етештереүселәргә кире ҡайтармаҫҡа, ташларға. Был осраҡта ике яҡ өсөн дә ҡулайлы ҡарар ҡабул итеү кәрәктер, минеңсә. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең һымаҡ ябай ҡулланыусылар мәнфәғәтен дә онотмалар ине.
Читайте нас: