ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Июнь 2019, 17:18

Транспорт картаһы менән осһоҙораҡ

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, 1 июлдән республикала берҙәм транспорт картаһын индереү буйынса проект старт ала. “Башавтотранс” предприятиеһы йылына 131, 6 миллиондан ашыу кеше ташый, шуларҙың 14,4 миллионы - льготалы категорияға ҡараған пассажирҙар. Ҡала, ҡала яны, ҡала-ара, өлкә-ара маршруттар буйынса 2 959 525 рейс яһала.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, 1 июлдән республикала берҙәм транспорт картаһын индереү буйынса проект старт ала.
“Башавтотранс” предприятиеһы йылына 131, 6 миллиондан ашыу кеше ташый, шуларҙың 14,4 миллионы - льготалы категорияға ҡараған пассажирҙар. Ҡала, ҡала яны, ҡала-ара, өлкә-ара маршруттар буйынса 2 959 525 рейс яһала.
Ойошма социаль пассажирҙар йөрөтөүҙе иң мөһим мәсьәлә итеп ҡуя. Берҙәм транспорт картаһы менән ҡала һәм ҡала яны, район биләмәһендәге йәмәғәт транспортында уның менән файҙаланырға мөмкин. Әйтергә кәрәк, картаға һалынған аҡса киләһе айҙарҙа ҡулланып бөтөлмәгән хәлдә бер ҡайҙа ла юҡҡа сыҡмай, уның ҡулланыу ваҡыты сикләнмәгән. Мәләүез АТП-һы директоры урынбаҫары Альберт Яруллин әйтеүенсә, ҡала эсендәге, шулай уҡ Мәләүез - Күмертау, Мәләүез - Салауат маршруттарында уның менән ҡулланған пассажирҙар юл хаҡын 20 процентҡа тиклем ташлама менән түләй. “Беҙҙә ул ҙур ихтыяж менән файҙаланылыла. Пассажирҙарыбыҙҙың 40 проценты уның менән файҙалана”, - тине ул. Транспорт картаһын Мәләүездә автовокзал кассаһында, АТП бухгалтерияһында, Һул яҡ яр урамы, 185 адресы буйынса урынлашҡан “Алтын” сауҙа үҙәгендә теләгән кеше һатып алырға, тулыландырырға мөмкин. Билет чегында ҡулланылмаған аҡсаның күләме сағыла.
Йыш ҡына транспорт картаһы буйынса Мәләүез - Өфө, Мәләүез - Ырымбур, Мәләүез - Мораҡ, Мәләүез - Бикҡужа маршруттары буйынса күп балалы ғаиләләр юл хаҡын түләү мөмкинлеге тураһында һорау бирәләр. Был осраҡта ундай мөмкинлек юҡ.
Контактһыҙ банка картаһы менән дә юл хаҡын түләргә була. Быйыл 5 июндән ҡала һәм ҡала яны мартшруттарында уның менән файҙаланғанда ла 10 процентҡа ташлама ҡаралған.
Шәхси фекер
Бер нисә йыл Күмертауҙан йөрөп эшләйем. Транспорт картаһы менән үҙем дә, ғаилә ағзалары ла ҡуллана. Бик уңайлы, кеҫәлә йә көшөлөктә ваҡ аҡса шылтыратып йөрөргә кәрәкмәй. Икенсенән, билет хаҡы 15 һумға осһоҙораҡҡа төшә.
Фәүзиә Зәйнетдинова.
Читайте нас: