ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Август 2019, 17:08

Идеяларҙы тормошҡа ашырырға

Хакимиәт бинаһында республиканың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәтенең беренсе министры урынбаҫары Фәрит Ғилманов эшҡыуарҙарҙы ҡабул итте.

Хакимиәт бинаһында республиканың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәтенең беренсе министры урынбаҫары Фәрит Ғилманов эшҡыуарҙарҙы ҡабул итте.
Донъя стандартына яуап бирерҙәй полимер тышлы бирсәткәләр етештергән “Ликом “ йәмғиәте етәксеһе Алексей Беспалов эшмәкәрлек менән таныштырҙы. Предприятие төҙөлөш, нефть, газ сәнәғәте һәм көнкүрештә ҡулланылған бирсәткә, бейәләй етештерә, Күмертауҙа ла цех асҡандар. Уңышлы эшләгән йәмғиәт ярты йылға бюджетҡа 24 миллион һалым түләгән. Төрлө патент, сертификаттарға эйә булараҡ, инновация продукцияһын етештереү маҡсатында 67 миллион һум күләмдә республика сәнәғәт министрлығының грантына лайыҡ булған.
Сентябрҙән бирсәткәләрҙең сифатын тикшереү буйынса эксперименталь лаборатория эшләй башлаясаҡ. Алексей Геннадьевич әйтеүенсә, төп проблема - тегенселәрҙең етмәүе. Белгестәрҙе өйрәтеп алырға ла ризалар. “Ликом”дың тағы бер үҙенсәлеге: етештергән продукцияны үҙҙәре үк һатыу менән шөғөлләнә. Етәксенең маҡсаты - республика сәнәғәт предприятиеларына үҙҙәре етештергән тауарҙы һатыу ойоштороу.
“Һыра заводы” директоры Ирек Ғәббәсов сәнәғәт предприятиеһынан ағып сыҡҡан һыуға тариф хаҡтары, “Дуҫлыҡ” йәмғиәте етәксеһе Полина Голубь эшселәрҙе йөрөткән техникаға лицензия кәрәклеге тураһында кәңәш һораны.
Фәрит Фәррәх улы мөрәжәғәт итеүселәрҙең һәр һорауын ентекле тыңлап, кәңәш бирҙе, үҙ тәҡдимен индерҙе.

Читайте нас: