ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Сентябрь 2019, 19:01

БСТ яңыра: республиканың төп каналы яңы миҙгелгә әҙерләнә

Каналдың яңы биҙәлеше тамырҙарға ҡайтыу, урындағы традицияларға таяныу маҡсатына бәйле .

Каналдың яңы биҙәлеше тамырҙарға ҡайтыу, урындағы традицияларға таяныу маҡсатына бәйле .
Яңы миҙгелдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Реаль футбол», «Ты можешь!», «7 егет», «Земляки» - «Яҡташтар», «Ради добра», «Детей много не бывает» - «Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа» тапшырыуҙары барлыҡҡа килде. Тоғро тамашасыларыбыҙ ҡыуанысына күптәр яратып өлгөргән «Сәләм» һәм «Сәләм, Республика!», «Бәхетнамә», «Счастливый час», «Честно говоря», «Теге өсәү», «Посмотрим», «Башҡортса караоке», «Башҡорт йыры», «Байыҡ» тапршырыуҙары ла эфирҙа ҡалды.
Белешмә.
«Ты можешь!» - «Һин булдыраһың!» - сәләмәт тормош: спорт, дөрөҫ туҡланыу, тәртип, үҙеңде яратыу, маҡсат ҡуйыу һәм уға ирешеү тураһындағы проект. Ҡатнашыусылар теләгән физик формаға ирешеү һәм уны һаҡлау өсөн кәрәкле белем аласаҡ. Уңайлы мөхиттә һәр кем үҙ мөмкинлектәрен аса, спорт менән шөғөлләнә, дөрөҫ туҡлана, артыҡ ауырлыҡтан, насар ғәҙәттәрҙән, кире тойғоларҙан ҡотола, яңы ынтылыш таба һәм төп приз өсөн көрәшә ала.
«Реаль футбол». Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тәүге тапҡыр «Өфө» футбол клубы менән берлектә һөнәри футболсылар һәм һәүәҫкәр спортсылар ҡатнашлығында реалити-шоу әҙерләй. Һәүәҫкәр футболсылар матчтарға «Өфө» футбол клубының төп уйынсылары менән бергә әҙерләнә. Һәр программала күнекмәләр, оҫталыҡ дәрестәре барышы менән танышырға мөмкин. Ун аҙна эсендә бығаса үҙ-ара таныш булмаған кешеләр, бер командаға тупланып, һөнәрмәндәргә ҡаршы лайыҡлы уйын күрһәтергә тейеш.
«7 егет». Реалити-шоу йәштәрҙең ир-егет һөнәрҙәрен үҙләштереүе хаҡында. Проект барышында ете ҡатнашыусы үҙҙәрен төрлө сетерекле хәлдәрҙә һынай. Кемдер ҡала шарттарында йәшәргә күнеккән, кемдер үҙен уңышлы кеше тип һанай, кемеһелер – ябай ауыл егете. Улар төрлө, тик уларҙы камиллашыу теләге берләштерә. Еңеүсене тамашасылар Интернет тауыш биреү юлы менән билдәләйәсәк. Супер-бүләк тик берәүгә генә тапшырыла.
Читайте нас: