ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Сентябрь 2019, 13:27

Төҙөлөш ойошмалары һөнәрҙәре йәрминкәһе

12 сентябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында төҙөлөш ойошмалары һөнәрҙәре йәрминкәһе була.

12 сентябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында төҙөлөш ойошмалары һөнәрҙәре йәрминкәһе була.
«Башинформ» агентлығына ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, тәҡдим ителгән һөнәрҙәр иҫәбендә — автоэлектрик, бетон ҡойоусы, водитель, урам һепереүсе, инженер, ташсы, ҡыйыҡ ябыусы, маляр, машинист, төҙөлөш эштәре монтажсыһы, эшсе, биҙәүсе, балта оҫтаһы, юл эшсеһе, слесарь, токарь һәм башҡа эшсе урындары.
Ғәҙәттәгесә, Өфөлә йәрминкәгә килгәндәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, шул иҫәптән компьютер диагностикаһы, һөнәри йүнәлеш, һөнәри уҡытыу, мәшғүллектең хоҡуҡи мәсьәләләре буйынса консультация бирелә.
Йәрминкәне уҙғарыу урыны һәм ваҡыты- Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.
Читайте нас: