ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Сентябрь 2019, 14:31

Үҫеш иҡтисадына күсеү ҡарала

Башҡортостан Башлығы вазифаһына ингән Радий Хәбиров ҡулланыу иҡтисадынан үҫеш иҡтисадына күсеүҙе иғлан итте. Был хаҡта ул республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа инаугурацияла белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы вазифаһына ингән Радий Хәбиров ҡулланыу иҡтисадынан үҫеш иҡтисадына күсеүҙе иғлан итте. Был хаҡта ул республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа инаугурацияла белдерҙе.
Яңы вазифала Радий Хәбиров ҡул ҡуйған беренсе документ алдағы биш йыллыҡҡа социаль-иҡтисади үҫештең стратегик йүнәлештәре тураһында указ буласаҡ.
“Үҙ-ара беҙ уны “үҫештең беренсе биш йыллығы” тип атайбыҙ һәм шундай бурыс ҡуябыҙ: ошо йылдарҙа республика биш төп йүнәлеш - кеше потенциалы, иҡтисади үҫеш, йәшәү өсөн уңайлы мөхит, инвестициялар һәм инфраструктура буйынса лидер төбәктәр иҫәбенә инергә тейеш, - тип билдәләне Радий Фәрит улы. – Беҙ иҡтисад стратегияһының үҙен үҙгәртәбеҙ - ҡулланыу иҡтисадынан үҫеш иҡтисадына күсәбеҙ”.
Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, киләсәк “биш йыллыҡ үҫеше”нең һөҙөмтәһе “аныҡ һәм һиҙелерлек” булыуы мотлаҡ. Ошолар араһында – үлемде кәметеү, тыуымды арттырыу, ә ”йәшәү кимәле шул тиклемгә күтәрелергә тейеш, халыҡтың киткеһе түгел, республикаға килгеһе килер”.
“Бөгөн Башҡортостанда йәшәүселәр һаны йыл һайын кәмей. Беҙ 2024 йылға 4,1 миллиондан да аҙ булмаҫбыҙ,” – тине Радий Хәбиров.
Алдағы биш йыллыҡҡа Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһына ярашлы, йыллыҡ инвестиция күләмен 450 миллиард һумға еткереү, инвестиция үҫешен биш лидер Милли рейтингыһына индереү планлаштырыла. Шулай уҡ алдынғы социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрендә 50 миллиард һумға тиклем инәсәк 100-ҙән ашыу яңы резидентты ҡыҙыҡтырған, кәм тигәндә ике айырым зона ойоштороу ҡарала. Республиканың һәр район-ҡалаһында индустриаль, агросәнәғәт йәки техника парктары булдырыу ҙа әһәмиәтле буласаҡ.
Читайте нас: