ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Октябрь 2019, 13:30

Йүнселдәр йүнен таба

Район Хакимиәтендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» нең сираттағы ултырышы үтте.

Район Хакимиәтендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» нең сираттағы ултырышы үтте.

Брустан ағас йорттар төҙөү менән шөғөлләнеүсе йәш эшҡыуарҙар Ринат һәм Роберт Рәхимовтар эш барышында килеп тыуған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте, йәғни “Башҡортостан тауары” бренды алыу, Республиканың экспортерҙар каталогына инеү буйынса ярҙам һораны.

Проекттың маҡсаты - брустан ағас йорттар төҙөү.

Фекер алышыуға сығарылған мәсьәләләрҙең барыһы ла ҡаралды, аңлатмалар бирелде. Инвестиция күләме, эш урындары һаны, проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты билдәләнде.

«Беҙ урындағы эшҡыуарҙарға ярҙам итергә тейеш», - тине район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, тәҡдим ителгән проектты хуплап.

Уртаҡ маҡсат ҡороп алып барылған эш йүнселдәргә лә, халыҡҡа ла уңайлы, төбәк үҫеше өсөн дә отошло.
Читайте нас: