Конгэк
+16 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Октябрь 2019, 17:31
Башҡортостан Рәсәй төбәктәренең инвестиция мөхите медиарейтингында тәүге бишәү иҫәбенә инде
2019 йылдың август йомғаҡтары буйынса Башҡортостан үҙенең позицияларын яҡшыртты һәм Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар агентлығының Рәсәй төбәктәренең инвестиция мөхите медиарейтингында дүртенсе урынды алды.
2019 йылдың август йомғаҡтары буйынса Башҡортостан үҙенең позицияларын яҡшыртты һәм Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар агентлығының Рәсәй төбәктәренең инвестиция мөхите медиарейтингында дүртенсе урынды алды. Был турала Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Беренсе урынды Приморье крайы яуланы, икенселә — Һамар өлкәһе, өсөнсөлә — Мәскәү өлкәһе.
Медиарейтинг федераль һәм төбәк киң мәғлүмәт сараларында телгә алыу нигеҙендә төҙөлә.
Төҙөгәндә Рәсәй Федерацияһы субъекттарында Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы күрһәткестәре баһалана.
Медиарейтинг төбәктәрҙе инвестиция һәм эшлекле мөхитте яҡшыртыуҙағы уңыштарын асыҡ яҡтыртыуға дәртләндереү өсөн булдырылған. Был эш, тәү сиратта, урындағы эшҡыуарҙарға, шулай уҡ инвесторҙарға йүнәлтелергә тейеш.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың март рейтингы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан алтынсы урында ине.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?