Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Октябрь 2019, 18:38

Ниәте изге уның

Элек-электән икмәк ризыҡтың иң ҡәҙерлеһе һаналған, уны бешереү оҫталары иһә оло хөрмәт ҡаҙанған. Шуғалыр ҙа үҙ эшен асыу ниәте менән янып йөрөгән Айнур Яугилдиндың тап ошо тармаҡҡа тотонорға йөрьәт итеүе юҡҡа түгелдер. Үҙен изге эшкә бағышламаҡсы ул.

Район хакимиәтендә үткән сираттағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә йүнсел замандашыбыҙ икмәк бешереү цехы асыу буйынса үҙ проектын тәҡдим итте. Айнур Зиннур улы урындағы халыҡты яңы эш урындары менән тәьмин итергә ниәтләй, 2020-2021 йылдарҙа проектын бойомға ашырырға планлаштыра.

- Асыласаҡ цехта икмәктән башҡа төрлө ҡамыр ризыҡтары етештереләсәк, - ти ул. Киләсәктә кафе асыуҙы ла күҙ уңында тота эшҡыуар.

Ҡалабыҙҙа был эш менән шөғөлләнеүселәр етерлек булыуы ла, көслө конкурентлыҡ та әллә ни ҡурҡытмай уны. Тотонған эшеңә ижади ҡараш булдырыуҙы, башҡалар эшен ҡабатламай, шул өлкәгә үҙ яңылығыңды индереүҙе шарт итеп ҡуймаҡсы. Ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп, етәкселеккә бина мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итте.

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов һәм комиссия ағзалары Айнур Яугилдинды иғтибар менән тыңлап, тәҡдимдәр индерҙе, уның башланғыстарына ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.
Читайте нас: