ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Октябрь 2019, 18:55

«SAMIYA»ла нимә һаталар?

Билдәле булыуынса, Өфөлә «SAMIYA» маркалы мосолман кейеме етештерелә.

Билдәле булыуынса, Өфөлә «SAMIYA» маркалы мосолман кейеме етештерелә. Уның етәкселәре Оксана һәм Азат Ямуровтар күмәртәләп һәм ваҡлап һатып алыусы менән хеҙмәттәшлек итә. Шулай уҡ икенсе ҡалаларға үҙ тауарын почта аша ла ебәрә. Төп магазин баш ҡалабыҙҙа урынлашҡан. Быйыл Мәләүез ҡалаһында ла асылды. Ул Смоленск урамында «SAMIYA» исемле сауҙа нөктәһе.

Магазинда йәнен теләгән төрлө тауар бар тиһәң, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр өсөн кейемдәрҙең ниндәйе генә юҡ. Никах күлдәктәре, уңайлы көндәлек һәм махсус саралар өсөн тәғәйенләнгән күлдәктәренең төрлөһөн һайларға була. Шулай уҡ был магазин төрлө төҫтәге яулыҡтар, палантиндар, таҡыялар менән тулған. Унан башҡа, ҡатын-ҡыҙҙар яратҡан, уларҙың һөйкөмлөлөгөн тағын да арттырған биҙәүестәр, атап әйткәндә, алҡалар, беләҙектәр, мәрйендәр, диадемалар һәм башҡа бик күп төрлө бижутерия бар.

«SAMIYA» магазинында өҫ, баш кейеменән, биҙәүестәрҙән башҡа тағы ла дини әҙәбиәт, шулай уҡ Ҡөръән Кәрим, намаҙлыҡтар, тәсбихтәр һатып алырға була.

Унда эшләүсе Миңзилә апай Исмәғилева ихлас ҡаршы ала. Һәр кеше менән уртаҡ тел табырға тырыша. Һорауҙарға яуап бирә, тауарҙар һайларға ярҙам итә. Кәрәкһә, яулыҡ ябыныу серҙәрен дә өйрәтә.

«SAMIYA» магазинына Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе кешеләр генә түгел, ә Күгәрсен, Федоровка райондарынан килеүселәр бар.

Ғөмүмән әйткәндә, һәр кеше был магазинда үҙенә кәрәк әйбер таба ала. Ә иң мөһиме – никах өсөн күлдәктәктәрҙең төрлөлөгө һәм күплеге.
Сөмбөл ДАУЫТОВА.
Читайте нас: