ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Октябрь 2019, 19:28

Йүнселдәрҙең киләсәген хәстәрләп

Коворкинг үҙәге - эшҡыуарҙарға һәм үҙ эшен асырға планлаштырған йүнселдәргә ярҙам күрһәтеү өсөн ойошторолған махсус урын.Район хакимиәтендә үткән сираттағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ошо өлкәгә ҡағылышлы яңы инициативалар ҡаралды.

Коворкинг үҙәге - эшҡыуарҙарға һәм үҙ эшен асырға планлаштырған йүнселдәргә ярҙам күрһәтеү өсөн ойошторолған махсус урын.

Район хакимиәтендә үткән сираттағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ошо өлкәгә ҡағылышлы яңы инициативалар ҡаралды. “Мәләүез эшҡыуарҙары берекмәһе” етәксеһе Иван Гавва коворкинг-үҙәк булдырыу буйынса проект тәҡдим итте. Уны яҡын арала, йәғни 2019-2020 йылда тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Бизнесты ойоштороу һәм алып барыу буйынса төрлө кимәлдә булышлыҡ итеү - проекттың төп маҡсаты.

- Заманса йыһазландырылған үҙәк эшҡыуарҙарҙың эш урыны булыуҙан тыш, ҡыҙыҡлы тәҡдимдәре булған йәштәр менән осрашыу урыны булараҡ та хеҙмәт итергә тейеш, - тине Иван Николаевич һәм етәкселеккә республика программаһы буйынса субсидия алыу өсөн ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.

Киләсәктә үҙәккә яңы эш башлаған эшҡыуарҙар төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итә аласаҡ. Уңайлы эш урынын заман талаптарына ярашлы итеп йыһазландырыу, камиллаштырыу ҡарала.

Район хакимиәте башлығы һәм комиссия ағзалары тарафынан тәҡдим ителгән проект хупланды һәм уны тулыһынса тормошҡа ашырыу юлдары барланды.
Читайте нас: