ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Октябрь 2019, 17:21

Төп маҡсат - ауылды үҫтереү

Ауыл хужалығы ил иҡтисадында айырым урын биләй һәм иң мөһим тармаҡтарҙың береһе булып тора. Тап ауыл эшсәндәренең тырыш хеҙмәте менән үҫемлекселек һәм малсылыҡ продукцияһы етештерелә.

Ауыл хужалығы ил иҡтисадында айырым урын биләй һәм иң мөһим тармаҡтарҙың береһе булып тора. Тап ауыл эшсәндәренең тырыш хеҙмәте менән үҫемлекселек һәм малсылыҡ продукцияһы етештерелә.

Район хакимиәтендә уҙған сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә күләмле ауыл хужалығы проектын тормошҡа ашырыу буйынса мәсьәләләр ҡаралды. Салауат исемендәге хужалыҡ етәксеһе Сибәғәт Ғәйнуллин һыу һибеү участкаһы төҙөү, техника, һыйыр малы һатып алыуға ҡағылышлы һорау менән мөрәжәғәт итте.

Проектты 2020-2021 йылда бойомға ашырыу күҙаллана. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 180 миллион һум тәшкил итәсәк, уның бер өлөшө һыу һибеү участкаһы төҙөүгә тотонолһа, ҡалғаны ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға йүнәлтеләсәк, тип көтөлә. Проект хуплау тапһа, булған эш урындарын һаҡлап ҡалыу, шулай уҡ яңыларын булдырыу мөмкинлеге тыуасаҡ. Уның нигеҙендә ауыл хужалығын үҫтереү менән бергә кешеләрҙе ауыл еренә ылыҡтырыу, бының өсөн заманса шарттар тыуҙырыу маҡсаты ла ята.

Сибәғәт Әбделхәй улы район етәкселегенә тәҡдим ителгән проектты республиканың өҫтөнлөклө проекттары исемлегенә индереүҙә булышлыҡ итеүҙәрен һораны.

Һөҙөмтәлә етәкселек уның мөрәжәғәтен ҡабул итеп, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуын белдерҙе.
Читайте нас: