ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Ноябрь 2019, 15:36

Экологияның киләсәген хәстәрләп

«Экотех-Мәләүез» предприятиеһы ҡалала сүп-сар йыйыу һәм эшкәртеүҙе яйға һалыу буйынса эш алып бара. Һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килгән сүплектәрҙе бөтөрөү маҡсатында Тимур Әхмәтшин, экологияның киләсәген хәстәрләп, «Экотех-Мәләүез» көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү комплексына нигеҙ һала.

Комплекстың айырыу пунктына уртаса 40 тонна сүп-сар килтерелә. Сорттарға айырылған ҡалдыҡтар 15 төргә бүленә, пакет, пластик шешә, һут, һөт продукцияларынан бушаған ҡаптарҙан, полимер ҡалдыҡтарҙы эшкәртеп һәм кварц ҡомо ҡушып, канализация ҡапҡастары эшләнә, йәғни икенсел сеймалдан көнкүреш әйберҙәре етештерелә.

Район хакимиәтенең сираттағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә Тимур Рәис улы үҙенең яңы проектын тәҡдим итте. Киләсәктә ҡаланың «Клен» компанияһы ҡалдыҡтарынан, ҡош тиҙәгенән пеллет яғыулыҡ материалы етештереү эшен яйға һалмаҡсы йүнсел. Күп илдәрҙә ҡулланылған, ағас һәм ауыл хужалығы ҡалдыҡтарынан етештерелгән, экологик яҡтан таҙа заманса яғыулыҡ газға ҡарағанда күпкә арзаныраҡ булғанға күрә, тулыһынса үҙен аҡлай.

Халыҡты өҫтәмә эш урындары менән тәьмин итәсәк был проектты 2020 йылда тормошҡа ашырыу күҙаллана. Дөйөм инвестиция күләме биш миллион һум тәшкил итәсәк, тип көтөлә.

Проект инициаторы етәкселеккә мөһим проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Сарала ҡатнашыусылар уның идеяһын хупланы, артабанғы эш йүнәлештәре буйынса тәҡдим индерҙе.
Читайте нас: