Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Ноябрь 2019, 13:07

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы – 35 779 һум

Ағымдағы йылдың сентябрендә Башҡортостанда уртаса хеҙмәте хаҡы 35 779 һумға еткән, тип хәбәр итә республиканың Хеҙмәт министрлығы.

Ағымдағы йылдың сентябрендә Башҡортостанда уртаса хеҙмәте хаҡы 35 779 һумға еткән, тип хәбәр итә республиканың Хеҙмәт министрлығы.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2022 йылға төбәктә уртаса эш хаҡын 43,5 мең һумға еткереү күҙаллана. 2020 йылға һәм 2021-2022 йылдарҙың план осорона республиканың социаль-иҡтисади үҫеш прогнозында тап ошондай хеҙмәт хаҡы күрһәткесенә өлгәшеү билдәләнгән.
Был ваҡытҡа реаль ҡулланырлыҡ аҡсалата килем 102,3,% тиклем артырға тейеш.
Һайланма тикшереүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылдың июль-сентябрендә Башҡортостанда эшсе көстәр һаны 1,876 миллион кешенән ашҡан.
Эшһеҙҙәр һаны, Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы стандарттарына ярашлы, 78,6 мең кеше тәшкил итә.
Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы буйынса, республикала эшһеҙлек кимәле 4,2% тиң.
Хәҙер эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы 10 434 һум тәшкил итә.