ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Ноябрь 2019, 16:03

Төп маҡсат - уңайлы шарттар булдырыу

Эшҡыуарлыҡ тармағы халыҡты эш урындары менән тәьмин итеүсе мөһим өлкәләрҙең береһе булып тора. Тармаҡтың уңышлы эше райондың социаль-иҡтисади тотороҡлоғона булышлыҡ итә.Район халҡына эшҡыуар Руслан Кәримов «Пирамида» архитектура - проектлау фирмаһы етәксеһе, «Лето» сауҙа үҙәге хужаһы булараҡ яҡшы таныш.

Эшҡыуарлыҡ тармағы халыҡты эш урындары менән тәьмин итеүсе мөһим өлкәләрҙең береһе булып тора. Тармаҡтың уңышлы эше райондың социаль-иҡтисади тотороҡлоғона булышлыҡ итә.

Район халҡына эшҡыуар Руслан Кәримов «Пирамида» архитектура - проектлау фирмаһы етәксеһе, «Лето» сауҙа үҙәге хужаһы булараҡ яҡшы таныш.

«Эшҡыуарлыҡ сәғәте» ндә йүнсел эшҡыуар үҙ пландары менән уртаҡлашты, ниндәй йүнәлештә эш башларға теләүе хаҡында һөйләне. Ул ҡаланың Октябрь урамында урынлашҡан сауҙа үҙәген реконструкциялау буйынса сираттағы проектын тәҡдим итте. Үҙәкте үҙгәртеп ҡороуҙы һәм киңәйтеүҙе маҡсат итеп алған эшҡыуар, заман талаптарына ярашлы, уның эске һәм тышҡы ҡиәфәтен яңыртыуҙы, сабыйҙары менән дауаханаға килгән ата-әсәләр өсөн унда ҡапҡылап сығыу урыны, балалар майҙансығы булдырыуҙы күҙ уңында тота.

Ул проектты 2020-2022 йылда тормошҡа ашырмаҡсы. Был йүнәлештә эш башланһа, өҫтәмә эш урындары ла барлыҡҡа киләсәк.

Руслан Рифғәт улы етәкселеккә ерҙе файҙаланыу һәм төҙөлөш эше ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.

Тәҡдим ителгән проект буйынса аңлатмалар бирелде һәм мәсьәләне ерҙе ҡулланыу комиссияһы ултырышы менән берлектә хәл итеү тәҡдим ителде.
Читайте нас: