ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Декабрь 2019, 15:56

Заманса проект ҡаралды

Йүнселдәрҙең тәүәккәлләп төрлө эшкә тотоноуҙары - яҡшы күренеш. Улар эш урындары булдырып ҡына ҡалмай, үҙ эшмәкәрлеге менән район иҡтисадына, йәшәйеш кимәленә лә йоғонто яһай.

Йүнселдәрҙең тәүәккәлләп төрлө эшкә тотоноуҙары - яҡшы күренеш. Улар эш урындары булдырып ҡына ҡалмай, үҙ эшмәкәрлеге менән район иҡтисадына, йәшәйеш кимәленә лә йоғонто яһай.

Аҙна һайын район хакимиәтендә уҙған «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» ндә урындағы йүнселдәр киләсәккә пландары менән уртаҡлаша, үҙ тәҡдимдәрен индерә, яңы проекттары буйынса фекерҙәре менән бүлешә.

Эшҡыуар Александра Могучеваның вәкиле Рөстәм Ханов ҡаланың Колхоз урамындағы сауҙа-офис объекты төҙөүгә ҡағылышлы фекерҙәрен еткерҙе. Ун-ун биш кешене эш урындары менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тотҡан эшҡыуар үҙ проектын 2020 йылда тормошҡа ашырырға ниәтләй. Заманса төҙөлөш материалдарынан ҡороласаҡ бина еңел генә йыйылып, еңел генә һүтеп алыныуы, шулай уҡ урындан урынға күсереп йөрөтөү өсөн уңайлы булыуы менән отошло булмаҡсы. Уның янында машиналар өсөн туҡталҡа булдырыу, тирә-яғын күркәмләндереү кеүек эштәрҙе башҡарыу ҙа ҡаралған. Былар ҡаланың тышҡы йөҙөн матурлауға үҙ өлөшөн индерәсәк. Рөстәм Юнир улы етәкселек менән объекттың эскиз проекты хаҡында фекер алышты.
Читайте нас: