ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Ғинуар 2020, 00:16

Льготалы кредит бирелә

Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығы льготалы кредитлау программаһына өҫтәмә индерҙе.

2019 йылдан “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысын хуплау” милли проекты буйынса эшҡыуарҙарға 8,5 процент менән льготалы кредит алыу мөмкинлеге бирелде. Уның ярҙамында улар өс йылға 500 мең һумдан 500 миллион һумға, инвестиция маҡсатында 10 йылға 500 мең һумдан 2 миллиард һумға тиклем кредит алырға хоҡуҡлы ине. Хәҙер эшҡыуарҙар ябайлаштырылған талаптар буйынса 10 миллионға тиклем кредит алыу мөмкинкинлегенә эйә. Ул 9,95 проценттан юғары булмаған ставка менән биш йылға бирелә.
Читайте нас: