ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Март 2020, 19:50

Яңы проекттар тәҡдим ителде

Район хакимиәтенә үҙ эшен асырға йәки артабан үҫтерергә теләгән йүнселдәр тәҡдимдәр менән килә, үҙ һорауҙары, борсоған мәсьәләләре менән мөрәжәғәт итә.

Үткән аҙнала район хакимиәте Башлығы Рөстәм Шәмсетдинов етәкселегендә уҙған сираттағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» ндә бөтәһе өс яңы проект ҡаралды.
«Нөгөш» ял һәм туризм кластеры проектын тәҡдим иткән Әмир Солтангәрәев тау саңғыһы спорты, аквапарк, тюбинг менән шыуыу, мажаралар паркы, родельбан, ял-ҡунаҡхана комплексы, йыл әйләнәһенә физкультура, спорт һәм һауыҡтырыу эшмәкәрлеген булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Проекттың күләме 1, 5 миллиард һум тәшкил итәсәк. Уның 2020-2024 йылда тормошҡа ашырылыуы, 50 кешегә өҫтәмә эш урыны булдырылыуы күҙаллана.
Күләмле проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн республика етәкселегенә мөрәжәғәт итеү һәм уны өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индереү мәсьәләһен хәл итеү талап ителә.
Шәхси эшҡыуар Сергей Шоркиндың проекты ҡошсолоҡ фермаһы төҙөү тураһында булды. Уның буйынса инвестициялар күләме 4 миллион һум тәшкил итә. Сергей Юрьевич уны 2020-2021 йылда тормошҡа ашырырға ниәтләй. Бының өсөн конкурста ҡатнашып, грант алыу, шулай уҡ урындағы «Районда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү» программаһына инеү өсөн ярҙам кәрәк. Проект ғәмәлгә ашһа, өҫтәмә 5-8 эш урыны буласаҡ.
Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Эдуард Ниғмәтуллиндың проекты һөт эшкәртеү цехы төҙөүгә ҡағылышлы. Дөйөм инвестициялар күләме 1,8 миллион һум тәшкил итәсәк, проект урындағы халыҡты өҫтәмә 7 эш урыны менән тәьмин итәсәк, тип күҙаллана. Эдуард Маркс улы район етәкселегенә цех өсөн ер мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.
Кәңәшмә барышында күп һорауҙарға асыҡлыҡ индерелде, кәрәкле ҡарарҙар ҡабул ителде.
Читайте нас: