ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Март 2020, 19:59

Күмәкләп тартҡан йөк еңелерәк

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ илдең иҡтисадын нығытырға, тормош шарттарын яҡшыртырға ярҙам итә. Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙ кәсебен булдырырға теләгән йүнселдәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү бурысын ҡуйҙы. Был тармаҡты үҫтереү өсөн дәүләт, республика, район кимәлендә ҡабул ителгән төрлө программалар ҙа тәүәккәлдәр өсөн эшләй.

Район хакимиәтендә үткәрелгән «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» - ошо эштең бер йүнәлеше. Унда үҙен һынап ҡарарға теләп бизнесҡа тәүге аҙымын яһағандар йәки булған эшен артабан үҫтерергә теләгәндәр үҙ тәҡдимдәре, һорауҙары, эш барышында килеп тыуған мәсьәләләр менән килә.
Етәкселеккә эшҡыуар Рифат Сәғитов тротуар плиткаһы етештереү эше буйынса үҙ проектын тәҡдим итте. Уның буйынса дөйөм инвестициялар күләме 25 миллион һум тәшкил итер, тип күҙаллана. Яңы ҡоролмалар һатып алыу ҙа байтаҡ сығымдар талап итә. Проект ғәмәлгә ашһа, 8-20 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Шул уҡ «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» ндә Дилара Ғөзәйерованың да проекты ҡаралды. Ул Үрге Юлдаш ауылында аҙыҡ-түлек магазины асырға йыйына. Эшмәкәрлеген киңәйтеп, киләсәктә икмәк бешереү цехы ла төҙөмәксе. Был, үҙ сиратында, урындағы халыҡ өсөн өҫтәмә эш урындары булдырыуға булышлыҡ итәсәк.
Ниндәй генә эшкә тотонһаң да, тәү сиратта, тәүәкәллек, үҙ көсөнә ышаныу кәрәк. Район етәкселеге иһә маҡсатлы һәм булдыҡлы йүнселдәргә үҙ ярҙамын күрһәтергә һәр ваҡыт әҙер. Ә күмәкләп тартҡан йөк күпкә еңелерәк.
Читайте нас: