ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Март 2020, 19:00

Алға, Башҡортостан!

20 мартта - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тыуған көнө.

20 мартта - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тыуған көнө. Республика матбуғаты мәғлүмәтенән билдәле булыуынса был шәхси ғүмер байрамында ла ул халыҡ, ил хәстәре менән йәшәй, һәм уның өсөн иң ҙур бүләк - пландарҙың тормошҡа ашыуы. Ҡотлауҙарға, теләктәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ: киләсәктә тик уңыштар юлдаш булһын, изге ниәттәр ғәмәлгә ашһын, Башҡортостаныбыҙ сәскә атһын!
“Иң мѳһиме – республикабыҙ йәмле, уңайлы булһын, халҡыбыҙ Башҡортостанда ғүмер иткәне менән ғорурланһын һәм һәр кем “Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тигән принцип менән йәшәһен, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙгә республиканың икенсе йөҙ йыллығының тәүге биттәрен яҙыу бәхете тейҙе. Уға башыбыҙҙы ғорур күтәреп, таҙа күңел, изге уй-теләктәр менән аяҡ баҫабыҙ. Алға, Башҡортостан!”
Һис шикһеҙ, беҙгә хәҙер үткәндәрҙе хѳрмәтләп, уларҙан һабаҡ алып, киләсәккә ышаныс менән ҡарап, яңы үрҙәргә ынтылып йәшәргә кәрәк.
Читайте нас: