ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Март 2020, 18:20

Ғаиләләргә дәүләт ярҙамы

Әсәлек капиталы программаһын киңәйтеү тураһында Федераль закон үҙ көсөнә инде.

Ҡанун әсәлек капиталын файҙаланыуҙың яңы мөмкинлеген, дәүләт ярҙамының суммаһын арттырыуҙы, бүленгән аҡсаны тотоноуҙы ябайлаштырыу һәм шулай уҡ программаны 2026 йылдың аҙағына тиклем оҙайтыуҙы күҙаллай.
Ҡабул ителгән законға ярашлы, капитал беренсе балаға ла бирелә. 2020 йылдың 1 ғинуарынан тәүге сабыйҙары тыуған йәки уллыҡҡа алған бар ғаиләләрҙең дә 466 617 һум аҡса алырға хоҡуғы бар. Икенсе һәм унан һуң тыуған балаларға аҡса күләме 150 меңгә арта һәм 616 617 һум тәшкил итә. Әгәр ҙә ғаиләлә беренсе ике бала 2007 йылдың 1 ғинуарына тиклем, әсәлек капиталы индерелгәнсе тыуһа, аҡса 2020 йылдың 1 ғинуарынан өсөнсө һәм артабанғы балаларға ла (уллыҡҡа алынһа) түләнә.
Ҡанунға индерелгән үҙгәреш ғаиләләргә әсәлек капиталын шулай уҡ баҡса участкаһында йорт төҙөргә тотонорға ла хоҡуҡ бирә. Бының өсөн ер милектә һәм төҙөүгә рөхсәт булырға тейеш.
Программа биш йылға оҙайтылды. 2026 йылдың аҙағына тиклем ғаиләләрҙә сабый тыуһа (уллыҡҡа алынһа), улар дәүләт ярҙамы алырға хоҡуҡлы. Ғариза, әсәлек капиталы эйәһенең йәшәү урынына ҡарамайынса, Пенсия фонды идаралығының клиент хеҙмәттәрендә алына.
Сертификат алыу өсөн паспорт һәм баланың тыуыу тураһында таныҡлығы кәрәк.
Мәләүез районында һәм ҡалаһында Пенсия фонды идаралығының адресы: Смоленск урамы, 189. Белешмә өсөн телефондар: 5-25-50, 5-30-97, 5-16-66.
Эш тәртибе: дүшәмбе-кесе йома иртәнге 9-ҙан киске 6-ға, йома - иртәнге 9-ҙан киске 16.45-кә тиклем, тәнәфес көндөҙгө 1-ҙән 16.45-кә тиклем.
Пенсия фонды идаралығы.
Читайте нас: