ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Март 2020, 15:19

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров – Мәләүездә

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәләүез районы буйлап эш сәфәре барышында «Урал» ҡошсолоҡ фабрикаһында булды.

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәләүез районы буйлап эш сәфәре барышында «Урал» ҡошсолоҡ фабрикаһында булды.
«Урал» ҡошсолоҡ комплексының генераль директоры Вадим Красюк Башҡортостан башлығына хәҙер 700 мең самаһы себеш үҫтерелеүе хаҡында һөйләне. Ҡош-ҡорт һуйыу цехы эшләй, күркәнең уртаса ауырлығы - 9 килограмдан ашыу. Әгәр йыл башына исемлектә 165 хеҙмәткәр булһа, 23 мартҡа ҡарата иһә 636.
Радий Хәбиров Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексының перспективалары менән ҡыҙыҡһынды. Предприятие директоры билдәләүенсә, 2020 йылдың майына 12 ҡош үҫтереү участкалары сафҡа индерелә.
Предприятиеның үҙенең ҡатнаш аҙыҡ цехы бар, унда 75 мең тонна ҡатнаш аҙыҡ әҙерләнә. 14 аҙнаға тиклемге инә күркәнең тере ауырлығын – 10 килограмға, ә 19 аҙналыҡ ата күркәнең иһә 20 килограмға еткереү күҙаллана. Продукция элекке «Индюшкин» бренды менән һатыла, ләкин шәхси сауҙа нөктәләре булмай. Күркә ите төбәк һәм федераль сауҙа селтәрҙәре магазиндарына, шулай уҡ баҙарҙарға һатыуға сығарыла.
"Башинформ" мәғлүмәтенә нигеҙләнде.
Читайте нас: